#МЫВМЕСТЕ форумында 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин "Беренселәр хәрәкәте"нең “Рәсәй йәштәре.Изгелек” (“Росмолодежь.Добро”) ярҙамында ойошторған “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһын асты. “Манеж” Үҙәк күргәҙмә залындағы Яңы йыл шыршыһынан Дәүләт етәксеһе ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың теләктәре яҙылған өс открытканы алды. Акцияла беренсе булып Белгород өлкәһенән ун йәшлек Маргарита Руцинская ҡатнаша. Мәктәп уҡыусыһы авиатренажерҙа пилот ролендә булырға хыяллана. Мәскәү өлкәһенән 12 йәшлек Таисия Леонова Рәсәй Президентынан бүләк итеп И. Моисеева исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репетицияһына барыу мөмкинлеген аласаҡ. Ул Яңы йылға тап шундай теләк әйткән. Шулай уҡ Дәүләт етәксеһе ярҙамында Донецк Халыҡ Республикаһынан 15 йәшлек Арина Порхал Санкт-Петербургҡа барасаҡ. Владимир Путиндың “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыуы изге йолаға әүерелде. Йыл һайын Рәсәй Президенты акцияла ҡатнашыусыларҙың хыялдары менән бер нисә открытка ала. 2018 йылдан Ил ба
Владимир Путин “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһын асты
7 декабря 20247 дек 2024
1
3 мин