Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ҡаланың 7-се мәктәбе уҡыусылары өсөн “Элекке заман геройҙары” батырлыҡ дәресен үткәрҙе. Сара "Мәғариф" милли проектының "Граждандарҙы патриотик тәрбиәләү" федераль проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Сараның төп маҡсаты – Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары батырлыҡтары миҫалында уҡыусыларҙың Ватан тарихының героик биттәре тураһында аң даирәһен киңәйтеү. Батырлыҡ дәрестәре Ватанды һаҡлаусыларға ғорурлыҡ һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүгә, Ватан Геройҙарының батырлыҡтары хаҡында хәтерҙе һаҡлауға, Рәсәй тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Ватан Геройҙары көнө – иң почетлы дәүләт наградаларына – Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Дан һәм Изге Георгий ордендарына лайыҡ булғандарға юғары дәүләт һәм йәмәғәт ихтирамын күрһәтеү ул. Батырлыҡ дәресе башланыр алдынан уҡыусылар “Хәтер һәм дан” даими экспозицияһы менән танышты. Экскурсовод Василий Семенович Бекетов, Хәсән Багдеевич Әхтәмов, Алексей Яковлевич Сухоруков, Владимир Евген