Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан тәжрибәһенә федераль кимәлдә юғары баһа бирҙеләр

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ресурстарға һөҙөмтәле идара итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса тәжрибәһе федераль кимәлдә билдәләнде. Бөгөн XVII Бөтә Рәсәй “Медицина һәм сифат-2024” конференцияһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин, Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе буйынса “Росздравнадзор” етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ирина Купеева һаулыҡ һаҡлау тармағында ресурстарға идара итеү буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Сарала федераль үҙәктәр һәм төбәктәрҙәге әйҙәүсе клиникалар етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағында дүрт төп ресурс һалынған. Беренсеһе – инфраструктура. Райондарҙа ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары эшләй. 127 дәүләт медицина ойошмаһы медицина ярҙамын сифатлы һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ итеүҙе тәьмин итә. Медицинаның үҫеше өсөн әҙерлекле, квалификациялы медицина кадрҙарының етерлек булыуы мотлаҡ. Был – икенсе ресурс. 50 меңдән ашыу медицина хеҙмәткә

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ресурстарға һөҙөмтәле идара итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса тәжрибәһе федераль кимәлдә билдәләнде. Бөгөн XVII Бөтә Рәсәй “Медицина һәм сифат-2024” конференцияһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин, Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе буйынса “Росздравнадзор” етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ирина Купеева һаулыҡ һаҡлау тармағында ресурстарға идара итеү буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Сарала федераль үҙәктәр һәм төбәктәрҙәге әйҙәүсе клиникалар етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағында дүрт төп ресурс һалынған. Беренсеһе – инфраструктура. Райондарҙа ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары эшләй. 127 дәүләт медицина ойошмаһы медицина ярҙамын сифатлы һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ итеүҙе тәьмин итә. Медицинаның үҫеше өсөн әҙерлекле, квалификациялы медицина кадрҙарының етерлек булыуы мотлаҡ. Был – икенсе ресурс. 50 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре республика халҡына медицина ярҙамын күрһәтә. Өсөнсө ресурс – финанс. 2024 йылдың 1 октябренә тиклем һаулыҡ һаҡлау тармағындағы финанслау күләме 118 миллиардтан ашыу, шул иҫәптән – республика бюджетынан 20,8 миллиард һум, федераль бюджеттан – 5,7 миллиард һум, Мотлаҡ медицина страховкалауының Башҡортостан буйынса төбәк фонды – 86 миллиард һум, бюджеттан тыш 6 миллиард һум тәшкил иткән. Һан мәғлүмәттәре – был тағы мөһим ресурс. - Республика кимәлендә маҡсаттарға һөҙөмтәлерәк өлгәшеүгә үҙәкләштереү һәм маршрутлаштырыу, төбәк планлаштырыуы һәм сифат контроле булышлыҡ итә. Медицина ойошмалары кимәлендә - медицина һәм медицинаға ҡарамаған хеҙмәткәрҙәр араһындағы функцияларҙы рациональ бүлеү, стандартлаштырыу һәм процестарҙы автоматлаштырыу, финанс менеджменты, һаҡсыл технологиялар, - тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. Айрат Рәзиф улы хәбәр итеүенсә, 2021 йылда планлы медицина ярҙамынан файҙаланып булыу һәм үҙәкләштереү өсөн республика биләмәһендә 10 медицина округы барлыҡҡа килде. 2019 йылдан клиника һәм диагностикалау лабораторияларын үҙәкләштереү буйынса проекты тормошҡа ашырылды. Лабораториялар тикшереүенең уртаса хаҡы өс тапҡырға - 151-ҙән 51 һумға тиклем кәмене. “Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” проектының үҫеше дауам итә. Медицина ойошмаларында процестарҙы стандартлаштырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Быйыл республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы менән берлектә беренсе тапҡыр Рәсәйҙәге сифатлы һәм һөҙөмтәле дәүләт идара итеүе моделен эшләүҙең беренсе проектын тормошҡа ашырыуға тотондо. Конференция барышында “Росздравнадзор” етәксеһе Алла Самойлова Бөтә Рәсәй “Һаулыҡ һаҡлауҙа сифат лидеры” конкурсы еңеүселәрен бүләкләне. Иң яҡшылар араһында Башҡортостандан ике проект бар ине. Ашығыс медицина ярҙамы һәм катастрофалар медицинаһы үҙәге ашығыс медицина ярҙамын күрһәткәндә арттырыу буйынса проект менән еңеү яуланы. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы медицина ойошмаларында эпидемиологик хәүефһеҙлек буйынса проект менән еңеүсе булды. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.