6 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сараларында ҡатнашыу өсөн Өфөгә килгән Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина менән осрашты. Көн тәртибендә - республика продукцияһын экспортҡа оҙатыуҙы киңәйтеү һәм ойошма менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре. Вероника Никишина билдәләүенсә, Башҡортостан үҙ тауарҙарын тышҡы баҙарҙарға сығарыуҙа уңыштар күрһәтә, төбәктә сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспорт әүҙем үҫешә. 2024 йылдың 10 айы йомғаҡтары буйынса республика 2.0 Төбәк экспорт стандартын индереү һөҙөмтәлелеге рейтингында алдынғы урындарҙы биләй. -Башҡортостан - экспортта иң әүҙем төбәктәрҙең береһе. Урындағы компаниялар 75 илдән партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итә. Төбәктәрҙең экспортерҙарҙы алға ебәреү мәсьәләһендә әүҙемлеге, федераль үҙәк менән тығыҙ кооперация - компанияларға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү һәм милли маҡсаттарға өлгәшеү өсөн мөһим аҙымдар. Республика Хөкүмәтенең эше -быға сағыу миҫал, - тин