Республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә үткән аҙнала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү аҙналығында өс йөҙгә яҡын махсус сара үтте. Уларҙа 2,4 мең кеше, шул иҫәптән 900-ҙән ашыу инвалид ҡатнашты. Тематик аҙналыҡта ҡатнашыусылар мәшғүллек өлкәһендәге хеҙмәттәр, эшкә урынлашыуҙа һәм һөнәри белем биреүҙә инвалидтарға өҫтөнлөк биреүсе программалар менән танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда инвалидтарҙы стажировкалау программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла: эш биреүсегә инвалид стажерҙың һәм уның остазының эш хаҡына финанс сығымдарының бер өлөшө ҡаплана. Хеҙмәт баҙарындағы ҡағиҙәләр менән бергә менталитет та үҙгәрә. Быйыл декабрь башына республика предприятиеларында стажировка программаһын уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк инвалид үткән – 260 (элек - 130)! Программа махсус хеҙмәткәргә остаз күҙәтеүе аҫтында коллективҡа ылығырға мөмкинлек бирә. Бөгөн эш биреүсегә һәр дәғүәсе ҡәҙерле, ә уның үҙенсәлектәре йыш ҡына конкурентлы өҫтөнлөк булып тора ла. Аути