Найти в Дзене

Ул эскән, тәмәке тартҡан тиҙәр...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре Өфө районының Вавилов ауылында ике фатирлы йорттағы янғынды һүндергән. Күршеһе, көйөк еҫе сыҡҡанға ҡорғандарҙы асып ҡараһа, көслө төтөн күрә. Шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “112” телефонына шылтыратып, ярҙам саҡыра һәм күршеләрен иҫкәртә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 57 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Ут ирҙең тәмәке тартыу ваҡытында һаҡһыҙ булыуы арҡаһында сыҡҡан, тип белдерҙе ведомство. Ул эскән, тәмәке тартҡан тиҙәр. Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе үткәрә. ФАЖИҒӘГӘ ЮЛ ҠУЙМАҒЫҘ: түшәктә тәмәке тартмағыҙ; электр сымдарының торошон ҡарап тороғоҙ, иҫкеһен алмаштырырға кәрәк; хеҙмәтләндереү һәм алмаштырыу өсөн квалификациялы белгестәрҙе саҡырығыҙ; өйҙә янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал урынлаштырығыҙ, ул йоҡлап ятҡан кешене уята. Өлкән йәштәгеләрҙе, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.