3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфир үткәрҙе. Унда Башлыҡтың отставкаға китеүе тураһындағы хәбәргә бәйле һорау ҙа яңғыраны. Башҡортостан Башлығының вазифаһын ҡалдырыуға бәйле хәбәрҙәргә ҡарата фекерен уртаҡлашыуын һорап, эксперт, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Илфат Зәки улы Сәмсетдиновҡа мөрәжәғәт иттек. – Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың отставкаға китеүе тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Минең иҫләүемсә, был хәбәрҙәр 2018 йылда уҡ килеп сыҡҡайны. Бөгөнгө күҙаллауҙан сығып ҡараһаҡ, был хәбәрҙәргә ышанырға кәрәкмәйҙер, сөнки яңыраҡ ҡына Башкортостан Башлығы һайланды. Радий Хәбировты вазифаһынан бушатырға теләһәләр, минеңсә, уға һайлауҙа ҡатнашырға рөхсәт итмәҫтәр ине, – тине Илфат Сәмсетдинов. Радий Фәрит улы был һорауға: “Минең отставкаға китеүем тураһында хәбәрҙәр 2018 йылдың 12 октябрендә үк башланды. Йәғни мин эш башлағандың икенсе көнөндә. Был тәбиғи күренеш, күрәһең, кемгәлер был темаға һөйләшеү һөйөнөс