3 декабрҙә Юристар көнөнә арнап, Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжының студенттары өсөн “ПРОфессия” һөнәри йүнәлеш биреү клубында “Һайлауға табан юлда” дәресе үткәрелде. Сара “Мәғариф” милли проекты маҡсаттарына ярашлы Салауат ҡалаһының “Үҙ химияң” моделле китапханаһында ойошторолдо. Осрашыу барышында адвокаттар палатаһы ағзаһы Гөлнара Усманова һәм Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Ишембай ҡала филиалы адвокаты Нилә Ямбулатова юридик профессияның килеп сығышы, уның йәмғиәттәге һәм кеше тормошондағы роле һәм әһәмиәте хаҡында һөйләне. Шулай уҡ арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ – юрист һөнәренең сағыу вәкилдәре тураһында бәйән иттеләр. Белгестәр сарала ҡатнашыусыларға юридик белем алыу мөмкинлектәре, һөнәр ҡулланыу өлкәләре, карьера үҫеше перспективалары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Сара аҙағында студенттар “Мин һәм хоҡуҡ” викторинаһында ҡатнашты, һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ улар үҙҙәрен буласаҡ юристан тыш, креатив ҡарашлы кешеләр ҙә булыуын күрһәтте, тамашас