Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йөйәк ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башланы

Белорет районының Йөйәк ауылында 150 урынлыҡ социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башланы. Объект “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Урындағы клуб бинаһы авария хәлендә тип танылған, әлеге ваҡытта бөтә саралар ҙа ауыл мәктәбендә уҙғарыла. Подрядсы ер эштәрен башҡарған да инде һәм әле нигеҙ һала. Төп бинанан тыш, комплексҡа модулле ҡаҙанлыҡ, дизель электр станцияһы, инженер селтәрҙәре лә инәсәк. Подрядсы бурысына шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереү инә. Үҙәкте асыу 2025 йылдың июленә планлаштырылған. – Яңы бинаның проекты әҙер ине. Ауылда йәшәгән Гөлсирә Салауатова проектты тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә ярҙам итте. Инвестиция һабантуйҙарының береһендә ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итте. Клубтың яңы бинаһында Гөлсирә Ислам ҡыҙы ҡулланма ижад менән шөғөлләнәсәк һәм йәштәрҙе ҡул эштәренә өйрәтәсәк. Инйәр ауылының балалар сәнғәт мәктәбенән уҡытыусылар – Йөйәк халҡын ҡурайҙа уйнарға, хореографияға өйрәтәсәк. Бында, әлбиттә, Йөйәк ауылының бөтә әһәмиәтле саралары үтәсәк, сөнки клуб ауылдың йәнле үҙәге булып һанала, - тип билдәләне Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Белорет районы хакимиәте.