Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостандың суд системаһы Курск өлкәһенән коллегаларына ярҙам күрһәткән

6 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юристар көнөнә арналған Башҡортостандың Юғары Судының тантаналы йыйылышында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе судьялар корпусы вәкилдәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. – Һеҙҙең кәңәшмәлә ҡатнашыуыма шатмын һәм һеҙгә, хөрмәтле коллегалар, намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, законлылыҡты һәм хоҡуҡ өҫтөнлөгөн нығытыуҙа бер һүҙле булыуығыҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Бөгөн иҡтисадты үҫтереү, предприятиеларҙың, бизнестың, социаль өлкәнең, йәмәғәт һәм сәйәси ойошмаларҙың юридик тәьминәтһеҙ һәм оҙатыуһыҙ уңышлы эшләүен күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Һеҙҙең тикшерелгән һөнәри ҡарарҙарығыҙ республиканың алға барыуына булышлыҡ итә, күп осраҡта кешеләрҙең яҙмышын билдәләй, – тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы билдәләүенсә, халыҡҡа иң яҡын суд власы вәкилдәре – мировой судьялар. 2024 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса республикала мировой судьяларҙың 14 суд участкаһында капиталь ремонт үтк

6 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юристар көнөнә арналған Башҡортостандың Юғары Судының тантаналы йыйылышында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе судьялар корпусы вәкилдәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. – Һеҙҙең кәңәшмәлә ҡатнашыуыма шатмын һәм һеҙгә, хөрмәтле коллегалар, намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, законлылыҡты һәм хоҡуҡ өҫтөнлөгөн нығытыуҙа бер һүҙле булыуығыҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Бөгөн иҡтисадты үҫтереү, предприятиеларҙың, бизнестың, социаль өлкәнең, йәмәғәт һәм сәйәси ойошмаларҙың юридик тәьминәтһеҙ һәм оҙатыуһыҙ уңышлы эшләүен күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Һеҙҙең тикшерелгән һөнәри ҡарарҙарығыҙ республиканың алға барыуына булышлыҡ итә, күп осраҡта кешеләрҙең яҙмышын билдәләй, – тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы билдәләүенсә, халыҡҡа иң яҡын суд власы вәкилдәре – мировой судьялар. 2024 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса республикала мировой судьяларҙың 14 суд участкаһында капиталь ремонт үткәрелгән. Был йүнәлештә биш йылға иҫәпләнгән эштәр артабан да дауам итәсәк. – Юрист булараҡ, һеҙҙең һөнәрегеҙ ҡануниәт өлкәһендә тәрән белем, ватан юриспруденцияһы традицияларына ныҡлы тоғролоҡ талап итеүен яҡшы аңлайым, уның иң яҡшы вәкилдәре һәр ваҡыт намыҫ өлгөһө һәм әҙәплелек, ғәҙеллек күрһәткән. Юридик корпус ветерандарына – йәштәрҙең тәжрибәле, аҡыллы остаздарына айырым рәхмәт. Һеҙҙең һөнәри юлығыҙ һәм бай тәжрибәгеҙ яңы быуын юристар өсөн өлгө булып тора. Башҡортостандың судьялар корпусы артабан да алдында торған етди бурыстарҙы уңышлы хәл итер, тип иҫәпләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров. *** Башҡортостандың Юғары Суды рәйесе Раил Шәйҙуллин судьялар корпусына ярҙам иткәне өсөн төбәк етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. – Суд власының камил эше – көслө хоҡуҡи дәүләттең нигеҙе. Судьялар өлкән коллегаларының күп быуындары булдырған традицияларҙы лайыҡлы дауам итә. Республиканың Юғары Суды элеккесә дөрөҫ суд практикаһын яҡлаусы сифатында сығыш яһай, хоҡуҡи системаның ғилми тормошонда ҡатнаша. Быйыл Курск өлкәһе фажиғәле ваҡиғалар үҙәгендә булды. Был ауыр ваҡытта Башҡортостандың суд системаһы Курск өлкәһенән коллегаларына ярҙам күрһәтеү өсөн берләште. Бөтә йыйылған аҡса Курск өлкә суды хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды, – тине Раил Шәйҙуллин. Раил Шәйҙуллин шулай уҡ 2024 йылдың октябрендә республика биләмәһендә тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһы судьялар Советы президиумының күсмә ултырышы үткәрелеүен, Волга буйы федераль округы төбәктәре судьялар советы рәйестәренең семинар-кәңәшмәһен ойоштороуҙарын әйттеп үтте. Фото: glavarb.ru.