Өлкән класс уҡыусылары яугирҙәр - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн махсус технология буйынса тәнде ялан шарттарында тәртипкә килтерергә мөмкинлек биргән душ эшләй башланы. Уның үҙенсәлеге шунда: тәбиғәт шарттарында, әллә ни һыу ҡулланмайынса йыуынып алырға мөмкин. «Бындай ысул хәрби бурыс үтәгән һалдаттарыбыҙ өсөн уңайлы», - ти ирекмәндәр акцияһын ойоштороусы, Саҡмағош ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Алмаз Бикмөхәмәтов. Бындай изге эш тәү сиратта яугирҙәргә ярҙам булһа, икенсе яҡтан үҫмерҙәрҙә илһөйәрлек тойғоһо ла тәрбиәләй, ти уҡытыусылар. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар хәрбиҙәр өсөн 100-ҙән ашыу ҡоро душ эшләгән. Был һанды 10 тапҡырға арттырырға иҫәп тоталар. Сығанаҡ: Саҡмағош ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.