Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Азат Шамил улы, тыуған көнөгөҙ менән!

Үҙгәрештәр тик яҡшыға ғына
Һуңғы йылдарҙа беҙ модернизация кәрәклеге хаҡында күп һөйләйбеҙ. Нимә һуң ул модернизация?
Дөйөм алғанда, “модерн” һүҙе “прогресс” тигәнде аңлата. Үҙ сиратыбыҙҙа модернизацияны дәүләттең һәм йәмғиәттең хәҙерге заман талаптарына яраҡлашыуы, үҙгәреүе тип аңлай алабыҙ.
Модернизация социаль прогресс идеяһына нигеҙләнә. Уның асылы: һөҙөмтәле иҡтисад, заманса һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, фән һәм мәҙәниәт арҡаһында кеше мөмкинлеген үҫтереү. Ул йәмғиәттең – рухи, иҡтисади, мәҙәни, сәйәси өлкәләрендә барыуы ихтимал. Иҫ киткес конкуренция шарттарында һәр дәүләткә үҙенең йөҙөн һаҡлау төп мәсьәлә булып тора. Үҙгәреп торғон донъя менән бергә һәр ил бергә атларға тейеш. Был шарт үҙ-үҙеңде һаҡлау һәм тотороҡло үҫеш өсөн бик мөһим. Модернизация илдә генә түгел, ә төбәк кимәлендә лә бара. Был үҫеш кимәле төрлөсә һәм Рәсәй кеүек күп төбәкле илгә айырыуса көнүҙәк мәсьәлә. Илдең һәр төбәге үҙенең социаль-иҡтисади үҫеше, яңырыуға йәки үҙгәрештәргә әҙерлек кимәле менән айырыла.
С

Үҙгәрештәр тик яҡшыға ғына

Һуңғы йылдарҙа беҙ модернизация кәрәклеге хаҡында күп һөйләйбеҙ. Нимә һуң ул модернизация?
Дөйөм алғанда, “модерн” һүҙе “прогресс” тигәнде аңлата. Үҙ сиратыбыҙҙа модернизацияны дәүләттең һәм йәмғиәттең хәҙерге заман талаптарына яраҡлашыуы, үҙгәреүе тип аңлай алабыҙ.
Модернизация социаль прогресс идеяһына нигеҙләнә. Уның асылы: һөҙөмтәле иҡтисад, заманса һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, фән һәм мәҙәниәт арҡаһында кеше мөмкинлеген үҫтереү. Ул йәмғиәттең – рухи, иҡтисади, мәҙәни, сәйәси өлкәләрендә барыуы ихтимал.

Иҫ киткес конкуренция шарттарында һәр дәүләткә үҙенең йөҙөн һаҡлау төп мәсьәлә булып тора. Үҙгәреп торғон донъя менән бергә һәр ил бергә атларға тейеш. Был шарт үҙ-үҙеңде һаҡлау һәм тотороҡло үҫеш өсөн бик мөһим. Модернизация илдә генә түгел, ә төбәк кимәлендә лә бара. Был үҫеш кимәле төрлөсә һәм Рәсәй кеүек күп төбәкле илгә айырыуса көнүҙәк мәсьәлә. Илдең һәр төбәге үҙенең социаль-иҡтисади үҫеше, яңырыуға йәки үҙгәрештәргә әҙерлек кимәле менән айырыла.
Советтар Союзынан һуң Башҡортостанда яңырыуға шарттар яңы барлыҡҡа килә башланы. СССР тарҡалғандан һуң кадрҙар әҙерләү, иҡтисад, мәҙәниәт һәм белем биреү системаһы тулыһынса юҡҡа сыҡты тиерлек. Башҡаларҙан тиҙерәк тарҡалған тармаҡтар үҙ эсенә алған ҡатламдарҙың деградацияһына алып килде. Һуңғы йылдарҙа беҙ “инерция буйынса” үҫештек тиергә лә мөмкин.
2000 йылдар башында уҡ модернизацияға һәм системаны яңыртыу өсөн саралар күреү кәрәк ине. Әммә, үкенескә күрә, ул ваҡыттағы етәксе элиталар быға һәләтһеҙ булып сыҡты йәки үҙгәрештәрҙе кәрәкле тип тапманы. Ә, мәҫәлән, (беҙҙе йыш ҡына сағыштырырға яратҡан) күршеләребеҙ консерватив модернизация үткәрә алды.
Минең ҡарашҡа, Радий Хәбиров килгәс, беҙ “ҡыуып етеүсе модернизация” юлына баҫа башланыҡ. Төп фактор – яуаплы элиталар барлыҡҡа килеүе. Улар йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәһендә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен һәм нормаларын билдәләгән институттарҙың һәм етәкселек итеүҙең алдағы механизмдарына едти үҙгәрештәр индерергә әҙер. Был осраҡта һүҙ иҫкергән һәм яңылыҡҡа ҡамасаулаған институттарҙы эҙмә-эҙлекле тарҡатыу тураһында бара.
Модернизацияның күп факторҙары һәм шарттары бар. Әммә уның нигеҙендә социаль-иҡтисади системаның үҙгәрештәргә әҙерлек кимәле, шулай уҡ “модернизациялау” элитаһы булыуы һәм көсәйеүе ята. Шул уҡ ваҡытта модернизация һәр саҡ социаль конфликттар тыуҙыра. Ул яңыртыу һәм үҙгәртеү, ғәҙәттә, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, ришүәтселек кеүек кире бәйләнештәрҙе фаш итеү менән бәйле. Файҙаһы булмаған бөтә нәмә алмаштырыла, яңынан ҡорола һәм үҙгәртелә. Мәҫәлән, теге йәки был өлкәлә үҙгәрештәр һәр саҡ кадрҙар алмашыныуынан башлана. Беҙҙең республикала был юҫыҡта эштәр йыш ҡына иҫкелеккә һәм әшнәләрҙе еңеп сығыуға йүнәлтелгән. Ғәҙәттә, был эш ҡаршылыҡ менән бара, сөнки бер ниндәй етәкселәр төркөмө лә тиҙ генә вазифаһынан китергә теләмәй. Ҡайһы ваҡытта төрлө низағтар килеп сыға.
Әйткәндәй, модернизация барышы ни тиклем әһәмиәтле булған һайын социаль низағ та көслөрәк бара. Миҫалға империянан һуңғы Рәсәйҙә донъя тарихын үҙгәртеп ебәргән 1917 йылдағы революцияны килтерергә була. Әммә беҙ алмашҡа, ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, үткән быуаттың 30 йылдары аҙағындағы сәйәси репрессиялар менән генә тамамланған граждандар һуғышына килдек. Әммә, дөйөм алғанда, йәмғиәт социаль һәм сәйәси хоҡуҡтар, алдынғы фән һәм сәнәғәт, дөйөм белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау, милли мәҙәниәт һәм әҙәбиәттәге үҙгәрештәр алды.
Социаль конфликт – ул һәр социаль үҙгәрештәрҙең һәм модернизацияның юлдашы. Бынан ҡасып булмай тиерлек, әммә уны йомшартырға була. Модернизация барышы һәм уға әҙерлек беҙҙең илдә төбәктәрҙә айырыла, тип әйткәйнем инде. Мәҫәлән, ыңғай миҫал – Калуга һәм Белгород өлкәләре, Татарстан. Минең субъектив фекеремсә, негатив миҫал – ул Төнъяҡ Кавказ төбәктәре, илдең үҙәк өлөшөнөң ҡайһы бер өлкәләре һәм Тыва, Еврей автономиялы өлкәләр кеүек төбәктәр.
Ошоға оҡшаш хәл беҙҙең республикала ла күҙәтелә. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостан биләмәһенең һәм райондарының аныҡ социаль-иҡтисади бүленеше бар. Республиканың төнъяҡ-көнбайышының, көнъяҡ-көнсығышының, һуңғыһын шулай уҡ Башҡортостандың Урал аръяғы тиҙәр, үҫеше бер төрлө булмауы бер кемгә лә сер түгел. Был төрлөлөк туранан-тура ошо биләмәләрҙең социаль ысынбарлығында сағылыш таба. Шулай уҡ республиканың көнъяҡ-көнсығышында йәшәүселәргә ҡарағанда көнбайыш райондарҙа көн итеүселәр иҡтисади йәһәттән әүҙемерәк, сөнки быға йәшәү мөхите булышлыҡ итә, улар дини төрлө хәрәкәттәр тәьҫиренә әҙерәк дусар була, яңылыҡты тиҙ үҙләштерә. Башҡортостандың Урал аръяғы йәмғиәтенең аңы нығыраҡ йолаларға, традицион йәшәү рәүешенә бәйле. Ошонан дини хәрәкәттәрҙең юғары йоғонтоһо килә. Иҡтисади яҡтан бындағы халыҡ һүлпәнерәк. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: заман талаптарына тап килмәгән традицион йәшәү рәүеше һәм элеккегә йәбешеп ятыу заман мәсьәләләрен сисеүҙә ярҙам итмәй.

Йәштәр модернизацияның сәбәпсеһе, йәғни файҙа алыусыһы ла була ала. Беренсенән, йәштәр – йәмғиәттең иң етеҙ һәм әүҙем өлөшө, дәүләткә һәм йәмғиәткә файҙалы идеялар генераторы. Уларҙа киң яңыса ҡараш, ҙур мөмкинлек бар. Икенсенән, модернизация әүҙем граждандарҙы дәүләтте үҙгәртеүҙә ҡатнашыусылар составына йәлеп итеүгә ихтыяж тыуҙыра. Шуға ла модернизация әүҙем һәм белемле йәштәргә үҙен күрһәтеүгә мөмкинлек тыуҙыра.
Бөгөн республикла һәр йәһәттән булдыҡлы кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Мәҫәлән, мин Башҡортостан Башлығының Хакимиәтендә эшләгәндә, беҙ оҙаҡ ҡына үҙебеҙгә кәрәкле хеҙмәткәр таба алманыҡ. Һөҙөмтәлә асыҡ конкурс иғлан иттек һәм резервҡа өс йәш һәм перспективалы хеҙмәткәр үтте. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, был йәштәр бер ниндәй “блатһыҙ” тик конкурста күрһәткән һөнәри оҫталығы һәм белеме менән “аҡ йортҡа” эшкә урынлашты.
Йәштәрҙең эшмәкәрлек стратегияһы ниндәй булырға тейеш? Модернизацияның, йәки икенсе прогресстың көнүҙәгендә булыу өсөн йәштәргә нимә эшләргә кәрәк?
Күп кенә футорологик һәм публицистик мәҡәләләрҙә һәм видеоларҙа донъяны үҙгәртеүсе, прогрессив кешеләр тип Илон Маск, Стив Джобс, Джек Ма, Ларри Пейдж, Сергей Брин һ. б. миҫалға килтерелә. Был кешеләр башҡаларға оҡшамаған, үҙҙәренең новатор һәм эшҡыуарлыҡ һәләттәре менән һоҡландыра, шул уҡ ваҡытта улар ябай итеп кейенә... Ундай кешеләрҙе хипстер, креатив класс, шулай уҡ көнбайыш эксперттар әйткәненсә “белемле класс” тиҙәр.
“Белемле класс”тың тормошо беҙ яһаған анализ буйынса өс төп принципҡа нигеҙләнеүен күрһәтә:
1. Белем – йәшәү рәүеше. Һәр ваҡыт уҡырға, белем багажын тултырырға кәрәк. Хәҙер юғары белем тураһында диплом ғына етмәй. Был бигерәк тә “белем йәмғиәте” эраһында – “белем” юғары иҡтисади һәм ресурслы әһәмиәткә әйләнгән, постиндустриаль йәмғиәтенең яңы формаһына күсеү менән характерланған кешелек үҫешенең яңы этабында айырыуса көнүҙәк. Бындай йәмғиәттә белем эшмәкәрлектең һәр өлкәһендә уңыштың төп шарты тип аңларға кәрәк. Хәҙер уҡыу ғына түгел, ә уҡырға өйрәнеү мөһим.
2. Карьера стратегияһы. Ҡайҙа барғаныңды һәм нимә эшләгәнеңде, ниндәй маҡсатҡа ирешергә теләгәнеңде аңларға кәрәк. Карьера – һәр кемдең шәхси эше.
3. Социаль капитал булдырыу. Бүтән кешеләргә, халыҡтарға, мәҙәниәттәргә хөрмәт менән ҡарау. Социаль бәйләнештәрҙең һәм тәжрибәнең барлығы.
Шулай итеп, белем алыуын, оҫталығын даими камиллаштырыу һәм үҫтереү уйы менән йәшәгән йәштәр генә модернизацияның агенты була ала. Белем алыу, тимәк, үҙенең кешелек капиталы (белем, оҫталыҡ) өҫтөндә эш йәшәү рәүешенә әйләнергә тейеш.
Ошондай сифаттарға эйә булған йәштәр генә үҙенең эске тойғолары, ҡиммәттәре һәм мираҫы менән лидерға әйләнәсәк, киләсәктә алдынғы ҡарашлы элита булып өлгөрә.

Архив. 2021