Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан - Вьетнам дуҫлығы

VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Екатеринбург ҡалаһындағы Вьетнам Социалистик Республикаһы Генераль консулы менән осрашыу үткәрҙе. Андрей Назаров әйтеүенсә, Вьетнамды Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан менән күптәнге дуҫтарса мөнәсәбәт бәйләй. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Вьетнамдың Бария-Вунгтау провинцияһының халыҡ комитеты менән төрлө һәм бик күп йүнлештә килешеүҙәр төҙөлгән. Федераль таможня хеҙмәте биргән мәғлүмәттәргә ҡарата, Башҡортостан менән Вьетнам Социалистик Республикаһы араһында 2024 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында тауар әйләнеше 2,3 миллион доллар тәшкил иткән. Екатеринбург ҡалаһындағы Вьетнам Социалистик Республикаһы Генераль консулы Нгуен Май Хыонг форумға саҡырғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе, сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.