Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында Ҡырғыҙстан Республикаһының САЯСАТ.kq мәғлүмәт-аналитика порталының баш мөхәррире Нургазы Анаркулов менән осрашты. Осрашыу барышында ике төбәк араһындағы төрлө йүнәлештәге бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһында һүҙ барҙы. Айырыуса Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисад хеҙмәттәшлеге йүнәлешенә баҫым яһалды. Шуныһы, Ҡырғыҙстанға Башҡортостандан – машина төҙөлөшө һәм химия продукцияларын индереү, ә Башҡортостандан Ҡырғыҙстанға текстиль һәм емеш-еләкте килтереү күҙ уңында тотолдо. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.