Бөгөн, 5 декабрҙә, Рәсәйҙә Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнә. Бәләкәй ҡалаларҙа, ауылдарҙа ирекмәндәрҙең, волонтерҙарҙың эшмәкәрлеге айырыуса кәрәк һәм күренеп тора. Белорет районынан меңдән ашыу кеше әле махсус хәрби операция биләмәһендәге егеттәргә, госпиталдәрҙә булған яраланған һалдаттарға, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ҡул көстәре менән, аҡсалата ла ярҙам итә. Улар араһында лидер булып киткәндәре лә бар, халыҡ уларға тартыла һәм ышана. Белорет ирекмәндәр хәрәкәтенең иң сағыу һәм әүҙем ойоштороусыларының береһе – Гөлзирә Татлыҡужина. Ул асыҡ, изге күңелле, ярҙамсыл кеше. Өсөнсө йыл яугирҙәргә ярҙам итә. Гөлзирәнең ире Владислав Буранбаев 2022 йылдың октябрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә. Нескә, әммә ҡыйыу Гөлзирә, ҡулдарын ҡаушырып ултыра алмай һәм Белоретта блиндаж шәмдәре етештереүҙе ойошторорға ҡарар итә. Халыҡ балауыҙ, иҫке шәмдәр, ҡалай банкалар, ҡатырға, парафин алып килә, аҡса күсерә – эш ҡайнай. Маскировка селтәрҙәрен үреүгә өйрәнеп, уларҙы эшләүҙе л