Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бер машина егеттәр йырлап йыуана, ә күҙҙәрҙә – һағыш...

Уҡытыусы Ғайса Ишмөхәмәтов үҙенең сәхифәһендә йөк машинаһы кузовында китеп барған яугирҙәр араһында бер яҡташыбыҙҙың йырлағанын төшөрөп алған видеороликты баҫтырып, былай тип яҙған: "Егеттәрҙең ризалығы менән ҡуям. Йырсының (Кушнаренко егете) эргәһендә видеоға төшөрөп ултырған егет – уҡыусым. Позывнойы –"Башҡорт". Үҙ теләге менән махсус операцияға барырға контракт төҙөп ҡайтҡас, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. "Барам, ағай, барырға кәрәк!" – тип аңлатты. – "Бронежилетыма һәләк булған ауылдаштарымдың исемдәрен яҙып алам – Марсель, Ришат, Данис!"Кемдәрҙеңдер төрлө яҙмышлы, бер маҡсатлы ғәзиз балалары өсөн күңелем тулды, күңелдәрен үҙҙәре йыуатҡан булалар, ә күҙҙәрҙә – һағыш! Һәр ваҡытта яҡындарҙыңШат йөҙҙәрен килә гел күрәһе.Тормоштарҙың аяҙ күгенБәхеттәргә килә лә төрәһе...Йырҙағы һүҙҙәр юш килһен, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙар!" Йырсы, композитор, аранжировщик Рәил Өмөтбаев ижад иткән был матур йырҙың һүҙҙәрен дә бирәбеҙ –ҡушылып йырлағыҙ. Һалдаттарыбыҙ имен-һау ҡайтһын! Яҡындарға Янда б

Уҡытыусы Ғайса Ишмөхәмәтов үҙенең сәхифәһендә йөк машинаһы кузовында китеп барған яугирҙәр араһында бер яҡташыбыҙҙың йырлағанын төшөрөп алған видеороликты баҫтырып, былай тип яҙған: "Егеттәрҙең ризалығы менән ҡуям. Йырсының (Кушнаренко егете) эргәһендә видеоға төшөрөп ултырған егет – уҡыусым. Позывнойы –"Башҡорт". Үҙ теләге менән махсус операцияға барырға контракт төҙөп ҡайтҡас, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. "Барам, ағай, барырға кәрәк!" – тип аңлатты. – "Бронежилетыма һәләк булған ауылдаштарымдың исемдәрен яҙып алам – Марсель, Ришат, Данис!"Кемдәрҙеңдер төрлө яҙмышлы, бер маҡсатлы ғәзиз балалары өсөн күңелем тулды, күңелдәрен үҙҙәре йыуатҡан булалар, ә күҙҙәрҙә – һағыш! Һәр ваҡытта яҡындарҙыңШат йөҙҙәрен килә гел күрәһе.Тормоштарҙың аяҙ күгенБәхеттәргә килә лә төрәһе...Йырҙағы һүҙҙәр юш килһен, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙар!" Йырсы, композитор, аранжировщик Рәил Өмөтбаев ижад иткән был матур йырҙың һүҙҙәрен дә бирәбеҙ –ҡушылып йырлағыҙ. Һалдаттарыбыҙ имен-һау ҡайтһын! Яҡындарға Янда булған яҡындарың – Йәшәүҙәрҙең аҫыл мәғәнәһе Һәр ваҡытта яҡындарҙың Шат йөҙҙәрен килә гел күрәһе. Тормоштарҙың аяҙ күген Бәхеттәргә килә лә төрәһе. Һөйгән йәрең, балаларың, Кәрәк һиңә дуҫтар,туғандарың. Һәр ваҡытта яҡындарҙың Шат йөҙҙәрен килә гел күрәһе. Тормоштарҙың аяҙ күген Бәхеттәргә килә лә төрәһе. Бергә-бергә көндәр йәмле, Бер табында аштар бигерәк тәмле. Һәр ваҡытта яҡындарҙың Шат йөҙҙәрен килә гел күрәһе. Тормоштарҙың аяҙ күген Бәхеттәргә килә лә төрәһе. Фото: видеонан скриншот. Видео: https://vk.com/id678020109