Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әлим Төхвәтуллинды ҡасан күрәсәкбеҙ?

Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр йырсылар Әлиә (Ҡарасурина) һәм Ришат Төхвәтуллиндарҙың улы Әлим ай үҫәһе, көн үҫеп ҙурайып килә. Уның фотоһын күрһәтеүҙәрен һорап күптәр йырсыларға мөрәжәғәт итә, яҙа. Күптән түгел ТНВның “Ә Син?” тапшырыуында Әлиә Алия Төхвәтуллина был хаҡта нимә тигән:“Миңә ҡалһа, беҙ Әлимде 18 йәшкә тиклем күрһәтмәбеҙ (көлә). Юҡ, мин ундай ҡараш менән йәшәмәйем, балаға күҙ тейә тип ултырмайым. Беҙҙең социаль селтәрҙә ниндәй генә кеше юҡ. Шуға беҙ Ришат менән уртаҡ фекергә килдек. Ул бигерәк тә күрһәтеүгә ҡаршы. Минең үҙемдең дә күрһәткем килмәй. Әлбиттә, урамда, төрлө урындарҙа уны күрәләр. Беҙҙе бик күп кеше ҡарай, шуға күрһәтмәҫкә тип ҡараныҡ", - тигән ул. Иң мөһиме, бала һау -сәләмәт үҫһен! Ә инде бер аҙ ҙурайып алһа, Әлим үҙе лә фотоһүрәттәргә төшөргө яратыр, һәм беҙ ҙә уны күрербеҙ әле. Фото: Ришат Төхвәтуллиндың шәхси архивынан