Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өс малайға һәм ҡыҙға ата- әсәй кәрәк

Һәр бала тулы ғаиләлә үҫеп, ата-әсәйле булғыһы килә. Бәлки дүрт баланы бергә алырға теләгән ғаиләләр булыр һәм улар ҙа бәхетле, тулы ғаиләлә бала саҡтарын үткәрер ине. 2012 йылғы Татьяна – бик һәләтле һәм тырыш, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу һәм яуаплылыҡ тойғоһо менән ҡарай. Күп уҡырға ярата, логик фекерләү һәләте яҡшы үҫешкән. Өлкәндәргә ҙур ихтирам менән ҡарай, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала. Мәктәптә VI класта уҡый, программаны һәйбәт үҙләштерә. 2014 йылғы Дмитрий – үҙ аллы һәм аралашыусан. Өлкәндәргә ихтирам менән ҡарай, өлкәндәрҙең әйткәндәренә ҡолаҡ һала. Йәштәштәре менән үҙен яҡшы тота, еңел таныша, үҙе тураһында һәйбәт тәьҫир ҡалдыра, һәр ваҡыт бөтә уйын һәм ижади сараларҙа ҡатнашырға ярата. 2016 йылғы Константин – изге күңелле, бик аралашыусан егет, кескәйҙәр, йәштәштәре һәм өлкәндәр менән дә уртаҡ тел таба. Хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашырға ярата. 2021 йылғы Марсель – хисле, әүҙем. Өлкәндәр менән тиҙ генә аралашып бармай, яҡын кешеләренә генә асыла. Балалар уларҙы яратҡан, аңлаған ғаилә эҙләй

Һәр бала тулы ғаиләлә үҫеп, ата-әсәйле булғыһы килә. Бәлки дүрт баланы бергә алырға теләгән ғаиләләр булыр һәм улар ҙа бәхетле, тулы ғаиләлә бала саҡтарын үткәрер ине. 2012 йылғы Татьяна – бик һәләтле һәм тырыш, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу һәм яуаплылыҡ тойғоһо менән ҡарай. Күп уҡырға ярата, логик фекерләү һәләте яҡшы үҫешкән. Өлкәндәргә ҙур ихтирам менән ҡарай, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала. Мәктәптә VI класта уҡый, программаны һәйбәт үҙләштерә. 2014 йылғы Дмитрий – үҙ аллы һәм аралашыусан. Өлкәндәргә ихтирам менән ҡарай, өлкәндәрҙең әйткәндәренә ҡолаҡ һала. Йәштәштәре менән үҙен яҡшы тота, еңел таныша, үҙе тураһында һәйбәт тәьҫир ҡалдыра, һәр ваҡыт бөтә уйын һәм ижади сараларҙа ҡатнашырға ярата. 2016 йылғы Константин – изге күңелле, бик аралашыусан егет, кескәйҙәр, йәштәштәре һәм өлкәндәр менән дә уртаҡ тел таба. Хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашырға ярата. 2021 йылғы Марсель – хисле, әүҙем. Өлкәндәр менән тиҙ генә аралашып бармай, яҡын кешеләренә генә асыла. Балалар уларҙы яратҡан, аңлаған ғаилә эҙләй. Тулыраҡ ошо телефон буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 8 (347) 218 03 62. Фото: телеграм