Граждандарҙы тәмәке тартыу эҙемтәләренән, уның төтөнөнән һаҡлауға йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәте булған йылдарҙа илдә тәмәке тартыу кәмей, тип хәбәр итә белгестәр. Һуңғы йылдарҙа вейп, электрон сигарета, кальян, төтөнһөҙ тәмәке кеүек никотинлы продукцияны файҙаланыу осраҡтары һирәгәйә. Тәмәке тартыусыларҙың өстән ике өлөшө тәмәке организмға аҙ ғына зыян килтерә тип яңылыша. Әммә йыгш ҡына ошо мауығыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан иң ҡурҡыныс ауырыу – үпкә яман шеше, нигеҙҙә, дауалауға бирелмәй һәм йыш ҡына аҙағы насар тамамлана. Бынан тыш, тәмәкеселәр лейкоз, ашҡаҙан, тамаҡ шеше кеүек башҡа ҡурҡыныс яман шеш ауырыуҙарына ла дусар була. Шулай уҡ ата-әсәһе тәмәке тартҡан балаларҙа бронхит һәм пневмония сирҙәре ике тапҡырға күберәк күҙәтелә. Тәмәке тартыуҙан баш тартырға теләүселәр өсөн кәңәштәр: - Тәмәке тартҡанда ҡулланылған әйберҙәрҙән - шырпы, ҡабыҙғыстарҙы, көл һауыттарынан ҡотолоғоҙ. - Тәмәке һатылған урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ. - Тәмәкене ташлай алған кешеләр менән күберәк аралашығыҙ