Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Айһылыуҙың хәле нисек?

Яҡташыбыҙ Айһылыу Шәһивәлиеваның ҡурҡыныс сиргә дусар булыуы күптәргә билдәле. Күптән түгел бар республика менән уға ярҙам итер өсөн 10 миллион һумға яҡын аҡса йыйғайныҡ. Бер айҙан ул Төркиәгә барҙы, әммә анализдары насар булыуы сәбәпле, кире ҡайтырға тура килде. Һуңғы тапҡыр ул анализдарының насар булыуы һәм температураһының төшмәүе сәбәпле, химия терапияһына алмауҙарын хәбәр итте. Кисә Айһылыу Шәһивәлиева йәнә үҙенең хәле тураһында һөйләне: ”Бәйләнешкә сыҡмағанға ғәфү итегеҙ, минең бөтөнләй хәлем юҡ. Хәлем насарайғас, беҙ ике көн дауаханала тикшереү үттек: анализдар бирҙек, МРТ, УЗИ эшләнек. Һөҙөмтәләре беҙҙе бик борсоуға һалды. Миңә яҡынса өсөнсө стадиялағы түллек яман шеше (рак яичников), йәғни түллектә метастазалар диагнозы ҡуйҙылар. Артабан табиптар анализдарҙы әҙерләп, операцияға әҙерләнергә ҡуштылар. Тик 29 ноябрь ҡурҡыныс хәл булды: кискә өйҙә булғанда аяғымдағы шеш шартланы. Мин ныҡ ауыр хәлдә булдым. Алай ҙа тормош иптәшем янымда ине, “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, шунда уҡ дауаханағ

Яҡташыбыҙ Айһылыу Шәһивәлиеваның ҡурҡыныс сиргә дусар булыуы күптәргә билдәле. Күптән түгел бар республика менән уға ярҙам итер өсөн 10 миллион һумға яҡын аҡса йыйғайныҡ. Бер айҙан ул Төркиәгә барҙы, әммә анализдары насар булыуы сәбәпле, кире ҡайтырға тура килде. Һуңғы тапҡыр ул анализдарының насар булыуы һәм температураһының төшмәүе сәбәпле, химия терапияһына алмауҙарын хәбәр итте. Кисә Айһылыу Шәһивәлиева йәнә үҙенең хәле тураһында һөйләне: ”Бәйләнешкә сыҡмағанға ғәфү итегеҙ, минең бөтөнләй хәлем юҡ. Хәлем насарайғас, беҙ ике көн дауаханала тикшереү үттек: анализдар бирҙек, МРТ, УЗИ эшләнек. Һөҙөмтәләре беҙҙе бик борсоуға һалды. Миңә яҡынса өсөнсө стадиялағы түллек яман шеше (рак яичников), йәғни түллектә метастазалар диагнозы ҡуйҙылар. Артабан табиптар анализдарҙы әҙерләп, операцияға әҙерләнергә ҡуштылар. Тик 29 ноябрь ҡурҡыныс хәл булды: кискә өйҙә булғанда аяғымдағы шеш шартланы. Мин ныҡ ауыр хәлдә булдым. Алай ҙа тормош иптәшем янымда ине, “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, шунда уҡ дауаханаға алып киттеләр. Дауаханала шул урынды теккәндән һуң, ялдарҙа тик яттым, сөнки торорға яраманы. Дүшәмбелә онкологҡа барҙым. Бөгөн консилиум булды. Киләһе аҙнала операция эшләйәсәктәр, әммә минең хәлем насар, температура һаман төшмәй. Операцияны иртәрәк эшләргә тип күпме генә һораһаҡ та, баш тарттылар, “барыһы ла сират буйынса” тип яуап бирәләр. Тормош иптәшемә ныҡ рәхмәтлемен, ул һәр ваҡыт минең янымда. Әлегә киләһе аҙнаны көтөргә ҡала. Тубыҡтан аҫҡы яҡты ампутациялау буйынса операция эшләргә тейештәр. Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт”, – тип яҙған ике бала әсәһе. Айһылыуға бар ауырлыҡтарҙы еңеп, тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ! Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан айырмаһын! Фото: “Бәйләнештәге” Айһылыу Шәвивәлиеваға ярҙам итеү буйынса төркөм.