Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Елмерҙәкте саҡ үттек

Бөгөн көндөҙ Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының Елмерҙәк тауындағы участкаһында километрҙарға һуҙылған тығын барлыҡҡа килде. Юлды ҙур йөк автомобилдәре ҡаплаған ине. Тығын сәбәбе – ҙур йөк автомобиле тауға күтәрелә алмайынса юлдың ике һыҙатын ҡаплаған. Дәүләт автоинспекторҙарының юлды көйләү буйынса эш алып барыуы ғына хәлде бер аҙ еңеләйтте – бер тар “коридор” аша автомобилдәрҙе ике йүнәлеш буйынса сиратлап үткәреп торҙолар. Әйткәндәй, ҡышын Елмерҙәк тауын үтеүе хәүефлегә әйләнә. Унда йөк автомобилдәренән тығын барлыҡҡа килмәһен өсөн ҡарҙы даими таҙартып торорға, ҡом һибергә кәрәк. Юл эшселәренең саҡ ҡына һуңлап юлды таҙартыуы ла унда киҫкен хәл тыуҙыра. Юлдарығыҙ имен булһын! Рәмилә Мусина фотоһы һәм видеояҙмаһы.