Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Федераль эксперт Андрей Богданов вуз-ара кампуста булды

П.Л. Капица исемендәге физика-техник лицей етәксеһе, Физтех-мәктәптәрҙе үҫтереү фондының башҡарма директоры Андрей Богданов Башҡортостандың фәнни инфраструктураһы менән танышты. Ул Евразия күсмә цивилизациялар музейында һәм Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус базаһындағы Өфө фән һәм технологиялар һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттарының алдынғы лабораторияларында булды. - Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы – артабан иҡтисадтың реаль секторында үҫешәсәк яңы таланттар, инновациялар майҙансығы. Киләсәк технологик йондоҙҙары ҡабынған урын. Башҡортостан Республикаһында фән һәм мәғариф үҫешендә Үҙәктең һәм булдырылған инфраструктураның мөһим роле һиҙелә. Беҙгә, Физтех-мәктәпте үҫтереү фондына, һеҙҙең төбәк менән партнерлыҡ ҡиммәтле. Беҙ мәктәп эскәмйәһенән башлап кадрҙар, буласаҡ юғары технологиялы лидерҙарҙы әҙерләү буйынса берлектәге эш планлаштырабыҙ, - тип билдәләне Андрей Богданов. Шулай уҡ ул «Традициялар-таланттар-технологиялар: физика-техник белем биреү һәм Р

П.Л. Капица исемендәге физика-техник лицей етәксеһе, Физтех-мәктәптәрҙе үҫтереү фондының башҡарма директоры Андрей Богданов Башҡортостандың фәнни инфраструктураһы менән танышты. Ул Евразия күсмә цивилизациялар музейында һәм Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус базаһындағы Өфө фән һәм технологиялар һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттарының алдынғы лабораторияларында булды. - Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы – артабан иҡтисадтың реаль секторында үҫешәсәк яңы таланттар, инновациялар майҙансығы. Киләсәк технологик йондоҙҙары ҡабынған урын. Башҡортостан Республикаһында фән һәм мәғариф үҫешендә Үҙәктең һәм булдырылған инфраструктураның мөһим роле һиҙелә. Беҙгә, Физтех-мәктәпте үҫтереү фондына, һеҙҙең төбәк менән партнерлыҡ ҡиммәтле. Беҙ мәктәп эскәмйәһенән башлап кадрҙар, буласаҡ юғары технологиялы лидерҙарҙы әҙерләү буйынса берлектәге эш планлаштырабыҙ, - тип билдәләне Андрей Богданов. Шулай уҡ ул «Традициялар-таланттар-технологиялар: физика-техник белем биреү һәм Рәсәйҙең технологик лидерҙарын әҙерләү» темаһына сығыш яһаны. Визит йомғаҡтары буйынса кампуста Башҡортостандың Фәнни-белем биреү үҙәге идара итеү компанияһы менән Физтех-мәктәптәрҙе үҫтереү фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Яҡтар төп һәм өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереүгә, тәбиғи фәндәр һәм технологиялар өлкәһендә педагогтарҙың профессиональ кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән яңы методикаларҙы бергәләп әҙерләүҙе планлаштыра. Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/25702/