Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ҡатыныма рәхмәт"

Яңыраҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Студент” позывнойлы яугир тыуған яғы Балаҡатай районына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Урта белем алғандан һуң Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһында автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Аҙаҡ Екатеринбург ҡалаһында төҙөлөш өлкәһендә эшләй. 200 метр тәшкил иткән иң бейек “Исеть” башняһын төҙөүҙә ҡатнаша. Алыҫ Себерҙә вахта ысулы менән бульдозерҙа хеҙмәт итә. Эш шарттары ла, хеҙмәт хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операция башланғас, ситтә ҡалыуҙы хуп күрмәй, Мурманск ҡалаһындағы хәрби комиссариатҡа контракт төҙөргә килә. Бына ике йылдан ашыу батыр яугир алғы һыҙыҡта ут эсендә. Өлкән матрос Херсон йүнәлешендә тактика һәм медицина буйынса “Спутник” диңгеҙ пехотаһының 61-се айырым гвардия бригадаһында хеҙмәт итә. Яугирҙең әйтеүенсә, хәрби хеҙмәт егеттең тормошҡа ҡарашын тамырынан үҙгәрткән. Ут аҫтынан яралыларҙы ҡотҡарғаны өсөн Александр Суворов миҙалы менән наградланған. “Студент” ныҡлы тыл, яҡшы терәк булған ғаиләһенең көс биреүсе, энергия өҫтәүсе ярҙамсы булыуын йәшермәй. “Ирҙәре һуғышта булған ҡатын-ҡыҙҙарға бик ауыр бөгөн. Улар балалар тәрбиәләй, көнкүреш мәсьәләләрен дә хәл итә. Мин беҙҙең өсөн ауыр ваҡытта рухи һәм психологик ярҙам күрһәткән ҡатыныма рәхмәтлемен. Уның барлығы һәм көтөүе тураһындағы уйҙан ғына ла минең көс-ҡеүәтем икеләтә артып китә. Ҡайһы саҡта борсоғаным, ҡайғыртҡаным өсөн унан ғәфү үтенгем килә. Минең хәҙер тормошта маҡсатым бар – ғаиләмде бәхетле итеү. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡатыным балаларымды тәрбиәләй, минең ҡайтҡанымды көтөп ала, яҡшыға өмөтләндерә, әсәйемә ярҙам итә”, –тип күңелендәгеһен асты яугир. Рәхмәт, һиңә һалдат! Беҙ барыбыҙ ҙа ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау еңеү менән ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ. Фото: https://vk.com/gazetanovobelokatai