Найти в Дзене

Башҡортостан он экспортын арттырҙы

Йыл башынан Башҡортостандың иген эшкәртеү предприятиелары сит илгә 20,979 мең тонна он, ярма һәм көрпә экспортлаған, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Тауарҙы сит илгә оҙатыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярҙамында арттырыла. Башҡортостан иген эшкәртеүселәре продукцияһын Европа союзы, Европа иҡтисади берләшмәһе, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Грузия, Төркиә илдәре һатып алды. Бөтәһе донъяның ундан ашыу иле. Шул уҡ ваҡытта йыл башында бындай илдәр һаны һигеҙ була. Экспорт күләме лә — һигеҙ мең тонна тиерлек, 60 проценттан ашыуға артҡан. Он, көрпә, ярма кеүек тауарҙарҙы һатып алыусы илдәрҙең талаптарына тап килә, тип белдерҙеләр “Россельхознадзор”ҙа. Был – Азербайжан, Әрмәнстан, Бельгия, Германия, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда игендән етештерелгән тауарҙар экспорты 13,285 мең тонна тәшкил иткән. Фото сығанағы: Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.