Найти в Дзене

Еңеү беҙҙең яҡта булыуына улар инанған

Көйөргәҙе районында һәр ойошма, ауылдарҙағы битараф булмаған кешеләр махсус хәрби операцияға ярҙам ҡулы һуҙа. Маскировка селтәрҙәре үреүҙә һәр ауыл биләмәһе ҡатнаша. Ҡиммәтле рациялар, йылы кейем, медикаменттар, эсәр һыу, машинаға запчастар, тәгәрмәстәр алыуҙа эшҡыуарҙар ҙа, предприятие етәкселеге, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы ярҙам иткән. Урал Дамир улы махсус хәрби операция биләмәһенә водителдәр Виктор Володин һәм Александр Поздняков менән сираттағы гуманитар ярҙам партияһын, адреслы посылкаларҙы алып барып тапшырған. “Мобилизация буйынса киткән Бахмут ауылы егете, саперҙар ротаһы командиры булған “Грач”ҡа посылкаларҙы ҡалдырабыҙ, ул таратып бирә. Уның ротаһында дисциплина ныҡ, яҡшы командир, ”Жуков” ордены менән наградланды”, - ти Урал Ибраһимов уның тураһында. Яу барған яҡта көйөргәҙеләр байтаҡ. Ермолаевка ауылынан “Гири” ҡушаматлы башҡорт яугире бер туғаны менән Ватанды һаҡлауға баҫҡан. Унда Көйөргәҙе районынан ҡыҙҙар ҙа бар: “Гюрза” отпускыла, ә“Бал ҡорто” икенсе йүнәлештә ҡалған. Гуманитар ярҙам алып барыусылар икешәр көн ДХР, ЛХР-ҙа контракт буйынса киткән яугирҙәр янында, аҙаҡ Запорожьела булғандар. “Күрһәткән ярҙам өсөн һәр кем ысын күңелдән рәхмәт һүҙе еткерҙе. Илһөйәр яҡташтарыбыҙ күтәренке рухта. “Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” - ти егеттәр.