Найти в Дзене

Өфө уртаһында ҡот осҡос һәләкәт

Машина тимер өйөмөнә әйләнгән. Эсендәге кешеләрҙе ҡотҡарыусыларға сығарырға тура килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусы бар... 13 декабрь кис Октябрь проспектында ике автомобиль ҡатнашлығында юл һәләкәте теркәлгән. Ныҡ бәрелешеүҙән машина эсендәге кешеләр ҡыҫылған, ҡотҡарыусыларға уларҙы махсус ҡорамалдар ярҙамында сығарырға тура килгән. Алдан күҙаллауҙар буйынса, “Тойота Королла” менән “Опель Инсигния” бәрелешкән. Һөҙөмтәлә “Тойота”ның пассажиры алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ үлгән. Ике водитель дә дауаханаға оҙатылған. Был хәл-ваҡиға буйынса тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана. Фото ДАИ.