Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев үҙ ижадын яратыусыларҙы яңынан-яңы йырҙары, концерттары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә ул зал тулы тамашасы йыйып, концерттар ҡуйып, быйылғы ижад миҙгелен тамамлап ҡуйҙы. Әнүәрҙең өр-яңы “Яратам һине” йырын тамашасылары айырыуса йылы ҡабул итте. Әнүәр Нурғәлиев йыш ҡына төрлө баҫмалаларға интервьюлар бирә. Ул үҙенең тормошо тураһында асыҡтан-асыҡ, тартынмайынса һөйләй. Бына бер интервьюһынан өҙөк. “Элина ҡыҙыбыҙҙы беҙ кескенәнән “Һин – иң яҡшыһы” тип үҫтерҙек. Яҙмыш уның алдында йәш ярымлыҡ сағыда уҡ ауыр һынау ҡуйҙы. Ул көн әле кисәгеләй хәтеремдә. Концертҡа әҙерләнеп йөрөйөм, Ирина костюмды үтекләне лә аш-һыу бүлмәһенә инеп китте. Һүнгән, әммә ҡыҙыу үтек өҫтәлдә ҡалған. Элина әсәһенең ни эшләгәнен ҡабатлайым тип, ике ҡуллап үтекте күтәреп алмаһынмы?! Ҡул усы бешкән, ауыртыуға түҙә алмай, бала үкһеп-үкһеп илай. Башта беҙ быны ул ҡәҙәр етди бешеүҙер тип уйламаныҡ, бинт менән урап ҡуйҙыҡ та, икенс
Әнүәр Нурғәлиевтең ҡыҙына яҙмыштың ауыр һынауҙары аша үтергә тура килә
15 декабря 202415 дек 2024
1
1 мин