Эльвира Левшевич, Беларусь Республикаһынан килгән делегат, ошо республикалағы “Шишмә” татар-башҡорт ижтимағи-мәҙәни ойошмаһы етәксеһе: – Белоруссияла йәшәгән башҡорттарҙан һеҙгә күп сәләм. Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙға – тыуған еребеҙгә ҡайтыуыбыҙға бик шатбыҙ. Белоруссияла 300-ҙән ашыу ғына башҡорт йәшәй, әммә улар үҙ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап йәшәй. Саҡмағош, Асҡын, Балтас райондарынан яҡташтарыбыҙ бар. Күптәре ижтимағи-мәҙәни ойошмабыҙҙың эшендә бик әүҙем ҡатнаша. Бөтә байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ, төрлө саралар ваҡытында үҙебеҙҙең милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләйбеҙ, хатта Белоруссия телевидениеһы аша сәксәк, бәлеш, ҡыҫтыбый кеүек милли аш-һыуҙарыбыҙҙы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы менән Беларусь Республикаһы араһында хеҙмәттәшлектең нығыуы – ҡыуаныслы күренеш. Өфөлә үткән “Китап байрамы"нан һуң Беларусь китап нәшриәте “Сыны Башкортостана в боях за Беларусь” тигән китап сығарҙы. Уның исем туйы бик ҙурлап, матур сара итеп ү
Башҡортостан менән Беларусь араһының яҡынайыуы ҡыуандыра
14 декабря 202414 дек 2024
1 мин