Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, моңло тауышлы һандуғасабыҙ Гөлназ Асаеваның ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһының "Пирамида" күңел асыу үҙәгендә ҙур концерты үтте. Тамашасылар араһында уның атаһы - Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Рөстәм Асаев та булған. Ул сәхнәгә сығып ҡыҙына сағыу гөлләмәләр бүләк итеп бик матур теләктәрен дә еткергән. "Ҡыҙым, тәрән мәғәнәле йырҙар менән дауам ит ижадыңды, әммә-ләкин йырҙарың дәртле лә булһын. Һәр ваҡыт әйтеп килгән шундай оҙон, матур күлдәктәр кейеп. Иҫ китмәле, эйеме. Ҡыҫҡа итәктәрҙе бик теге... Минең бар теләгем шул ҡыҙыма: үҙеңдең моноң менән тамашасыларыңды һәр ваҡыт ҡыуандырып тор! Беҙ һине яратабыҙ! Ҡыҙым, һиңә ижади уңыштар!" - тигән Рөстәм Асаев. Күптәр, Рөстәм Асаевтың Гөлназ Асаеваның атаһы булыуын беләлер инде. Уларҙың бергә башҡарған дуэттарын тамашасылар яратып ҡабул итә. Фото: "Интертат"