Башҡорт теле көнөн билдәләү сараларынан республикабыҙҙың бер генә мәҙәни ойошмаһы ла ситтә ҡалмағандыр. Өфө районының Йоматау ауылында урынлашҡан Этнография музейы ла, милли байрам көнөнә арнап, “Ата-бабаларымдың теле һәм йолалары һүнмәҫ” тигән сағыу кисә үткәргән. “Башҡорттар өйөндә” тигән экспозицияла сараға йыйылыусылар Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов ҡурайҙа уйнаған көй яҙмаһын тыңлаған, экскурсия үткәреүселәр башҡорт халҡының йолалары, мәҙәниәте тураһында һөйләгән, милли кейемдең уникаль коллекцияһы, көнкүреш әйберҙәре менән таныштырған. Байрам көнө алдынан музейҙа “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының сәй эсеү йолаһы” тигән оҫталыҡ дәресе ойошторолған. Йыйылыусылар үлән сәйе әҙерләү, уны нисек файҙаланыу тураһында ҡыҙыҡлы һөйләшеү тыңлаған, аҙаҡтан инде бергәләшеп бал менән сәй эскән. Сығанаҡ: Йоматау этнография музейы.