Найти в Дзене

Башҡорт туйҙары нисек үткән?

Башҡорт теле көнө алдынан М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мөхәмәтша Буранғоловтың үлемһеҙ “Башҡорт туйы” пьесаһы мотивтары буйынса ҡуйылған спектаклде тәҡдим итте. Азат Йыһаншин ҡуйған сәхнә әҫәре аншлаг менән барҙы, залда VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына килгән делегаттар ҙа бар ине. Был тамашаға айырым мәғәнә өҫтәне. Тамашасылар боронғо башҡорт туй йолаларын ҡарай алды, бында һәр күренеш айырым мәғәнәгә эйә. Сәхнәлә халҡыбыҙҙың бай йолалары һынланды, залдағылар әҫәр геройҙары булған йәштәрҙең һөйөү хаҡына үткән һынауҙарын улар менән ҡуша үткәндәй булды. М. Буранғоловтың 1926 йылда яҙылып, Башҡорт театры һәм уның күренекле режиссеры В. Мортазин-Иманский тарафынан беренсе тапҡыр 1928 йылда ҡуйылған әҫәре башҡорт мәҙәни мираҫының алтын фондына ингән. Ул милләтебеҙҙең йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен генә сағылдырып ҡалмай, туған телебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе һаҡлауҙың ни ҡәҙәр мөһим икәнен тағы бер иҫкә төшөрә. Ә Башҡорт теле көнө ошо ҡиммәттәрҙе, тамырҙарыбыҙ тураһындағы уйланыуҙарҙы алғы

Башҡорт теле көнө алдынан М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мөхәмәтша Буранғоловтың үлемһеҙ “Башҡорт туйы” пьесаһы мотивтары буйынса ҡуйылған спектаклде тәҡдим итте. Азат Йыһаншин ҡуйған сәхнә әҫәре аншлаг менән барҙы, залда VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына килгән делегаттар ҙа бар ине. Был тамашаға айырым мәғәнә өҫтәне. Тамашасылар боронғо башҡорт туй йолаларын ҡарай алды, бында һәр күренеш айырым мәғәнәгә эйә. Сәхнәлә халҡыбыҙҙың бай йолалары һынланды, залдағылар әҫәр геройҙары булған йәштәрҙең һөйөү хаҡына үткән һынауҙарын улар менән ҡуша үткәндәй булды. М. Буранғоловтың 1926 йылда яҙылып, Башҡорт театры һәм уның күренекле режиссеры В. Мортазин-Иманский тарафынан беренсе тапҡыр 1928 йылда ҡуйылған әҫәре башҡорт мәҙәни мираҫының алтын фондына ингән. Ул милләтебеҙҙең йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен генә сағылдырып ҡалмай, туған телебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе һаҡлауҙың ни ҡәҙәр мөһим икәнен тағы бер иҫкә төшөрә. Ә Башҡорт теле көнө ошо ҡиммәттәрҙе, тамырҙарыбыҙ тураһындағы уйланыуҙарҙы алғы планға сығарыуға бер матур сәбәп булып тора. Фотолар: Милли йәштәр театрының рәсми төркөмөнән.