Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ике баланың ғүмере өҙөлгән

Ҡот осҡос хәл Әбйәлил районында теркәлгән. Бөгөн төндә Асҡар ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән бер ҡатлы ағас йортта ут тоҡана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр утты һүндереүгә өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һөҙөмтәһендә 10 йәшлек ҡыҙ һәм 9 йәшлек малай һәләк була. - Янғын һүндерелгәндән һуң соланда 10 йәшлек ҡыҙҙың һәм уның туғыҙ йәшлек ҡустыһының кәүҙәһе табылған, - тип хәбәр итә БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте. - Уларҙың ата-әсәһе һәм 2021 йылғы бала тәҙрә аша сығып өлгөргән. Ата-әсә медицина учреждениеһына оҙатыла, бәләкәй бала зыян күрмәй. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Әбйәлил районы прокуроры Виталий Архаткин барған. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Уны һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 17 белгес һәм 6 берәмек техника йәлеп ителгән. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Балаҡайҙар бигерәк йәл... Фото: "Башинформ"