Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ҡоролтай асыҡтан-асыҡ мәнфәғәтле һөйләшеү майҙаны булды”

“Мин һәр ҡоролтайҙа ҡатнаштым, ҡайһыһында делегат булып, ҡайһыһында ҡунаҡ булып. Бөгөнгө ҡоролтайҙың элеккеләренә ҡарағанда үҙенсәлектәре күп булды. Шул тиклем һәйбәт итеп, аҡыллы итеп, яңы, заманса ысулдарҙы ҡулланып ойошторғандар. Шуға күрә ишек төптәрендә тапанып тороу, юғалышып йөрөү булманы, - тип һөйләне яҙыусы Гүзәл Cитдиҡова. - Йөкмәткеһенә килгәндә, сығыштар шундай мәғлүмәтле булды, ул үткәндәргә баһа биреү ҙә, шул уҡ ваҡытта алдағы көндәргә программа кеүек тә ҡабул ителде. Миңә Радий Фәрит улының сығышы оҡшаны. Беҙ бит күп милләтле республика. Радий Фәрит улы республика Башлығы булараҡ алып барған бөтә эштәр менән бер рәттән башҡорт милләтенең яҙмышына, киләсәгенә бәйле, ғөмүмән, бик үткер мәсьәләләрҙе йәшермәйенсә һөйләүе миңә бик оҡшаны. Ғөмүмән залда ултырыусылар һәр бер сығышты ихласлыҡ менән ҡул сабып, аяғүрә тороп сәләмләп ҡабул итте – бөгөн бер битараф кеше булманы. Сөнки мәнфәғәтле лә, ҡыҙыҡлы ла, мәғлүмәтле лә булды был Ҡоролтай. Бик үткер мәсьәләләр күтәрелде.

“Мин һәр ҡоролтайҙа ҡатнаштым, ҡайһыһында делегат булып, ҡайһыһында ҡунаҡ булып. Бөгөнгө ҡоролтайҙың элеккеләренә ҡарағанда үҙенсәлектәре күп булды. Шул тиклем һәйбәт итеп, аҡыллы итеп, яңы, заманса ысулдарҙы ҡулланып ойошторғандар. Шуға күрә ишек төптәрендә тапанып тороу, юғалышып йөрөү булманы, - тип һөйләне яҙыусы Гүзәл Cитдиҡова. - Йөкмәткеһенә килгәндә, сығыштар шундай мәғлүмәтле булды, ул үткәндәргә баһа биреү ҙә, шул уҡ ваҡытта алдағы көндәргә программа кеүек тә ҡабул ителде. Миңә Радий Фәрит улының сығышы оҡшаны. Беҙ бит күп милләтле республика. Радий Фәрит улы республика Башлығы булараҡ алып барған бөтә эштәр менән бер рәттән башҡорт милләтенең яҙмышына, киләсәгенә бәйле, ғөмүмән, бик үткер мәсьәләләрҙе йәшермәйенсә һөйләүе миңә бик оҡшаны. Ғөмүмән залда ултырыусылар һәр бер сығышты ихласлыҡ менән ҡул сабып, аяғүрә тороп сәләмләп ҡабул итте – бөгөн бер битараф кеше булманы. Сөнки мәнфәғәтле лә, ҡыҙыҡлы ла, мәғлүмәтле лә булды был Ҡоролтай. Бик үткер мәсьәләләр күтәрелде. Һис шикһеҙ, Ҡоролтай асыҡтан-асыҡ мәнфәғәтле һөйләшеү майҙаны булды”.