Быйыл Башҡортостанда лифт ҡоролмаларын алмаштырыу буйынса план тулыһынса үтәлгән, 177 йортта 428 лифт алмаштырылған, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Капиталь ремонт буйынса фонд. Файҙаланыу ваҡыты үткән лифттарҙы алмаштырыу – торлаҡта йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген һәм уңайлы тормошон тәьмин итеү. Ваҡыт үткәс, лифттар механизмдары таушала. Һөҙөмтәлә һәләкәткә һәм емерелеүгә килтереүе ихтимал. Лифт ҡороллмаларын яңыртыу иһә бәхетһеҙ осраҡтар һанын кәметеп кенә ҡалмай, энергия һөҙөмтәлелеген арттыра. Был хеҙмәтләндереүгә сығымдарҙы кәметә. Заманса лифттар яңы технологиялар менән йыһазландырылған. Шуға күрә улар файҙаланыу өсөн уңайлы һәм ышаныслы. Киләһе йылда Башҡортостанда файҙаланыу ваҡыты сыҡҡан лифттарҙы алмаштырыуҙы тамамлау планы ҡуйылған. Бының өсөн киләһе йылда 231 йорттағы 620 лифтты алмаштырыу ҡаралған. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и горо