Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Квартал һайын һорауҙарға яуап бирәләр

Башҡортостан төҙөүселәре төҙөлөш тармағындағы хеҙмәттәр сифаты тураһындағы һорауҙарға яуап биреүҙә ҡатнашырға саҡыра. Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы квартал һайын төҙөүселәр араһында дәүләт экспертизаһын үткәреү, төҙөлөшкә рөхсәт биреү, газ үткәргестәргә тоташтырыу һәм объектты файҙаланыуға тапшырыу кимәлен баһалау буйынса анкета һорауҙарына яуап биреүҙе ойоштора. Сара Башҡортостандың Инвестициялар порталында үткәрелә. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. - Был һорауҙарға яуап биреү төбәктең инвестицияларҙы йәлеп итеүен күтәреү өсөн атҡарыла. Беҙ төҙөлөш тармағы инвесторҙарының ихтыяжын, төҙөүселәрҙең был хеҙмәттәрҙән файҙаланыуҙа ниндәй ҡаршылыҡтарға дусар булыуын аңларға тейешбеҙ, - тип билдәләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Арт

Башҡортостан төҙөүселәре төҙөлөш тармағындағы хеҙмәттәр сифаты тураһындағы һорауҙарға яуап биреүҙә ҡатнашырға саҡыра. Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы квартал һайын төҙөүселәр араһында дәүләт экспертизаһын үткәреү, төҙөлөшкә рөхсәт биреү, газ үткәргестәргә тоташтырыу һәм объектты файҙаланыуға тапшырыу кимәлен баһалау буйынса анкета һорауҙарына яуап биреүҙе ойоштора. Сара Башҡортостандың Инвестициялар порталында үткәрелә. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. - Был һорауҙарға яуап биреү төбәктең инвестицияларҙы йәлеп итеүен күтәреү өсөн атҡарыла. Беҙ төҙөлөш тармағы инвесторҙарының ихтыяжын, төҙөүселәрҙең был хеҙмәттәрҙән файҙаланыуҙа ниндәй ҡаршылыҡтарға дусар булыуын аңларға тейешбеҙ, - тип билдәләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Һорауҙарға яуап биреү аноним рәүештәр үткәрелә. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.