Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугир егеттәргә ярҙам итеү — барыбыҙҙың да изге бурысы

Яугирҙәргә ярҙам итеү - изге бурысыбыҙ Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур ярҙам күрһәтә. «Томан» позывнойлы яугирҙең ғаиләһе ауыл хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, ауылдың ир-егеттәре, туғандары дәррәү эшкә тотонған. Улар ҡатлы йорттоң ҡыйығын ремонтлаған."Был эште башҡарып сығарған ауыл советы депутаты Фәрхәт Әхмәтовҡа, шәхси эшҡыуар Альберт Сәфәрғәлингә, Илфат Килмәковҡа, Фуат Әхмәровҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм", - тип яҙа социаль селтәрҙә ауыл биләмәһе башлығы Айнур Сибаев. Шулай уҡ күптән түгел ауыл халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ғаиләләренә утын килтергән. Яугир егеттәрҙең ғаиләләренә бар яҡлап ярҙам күрһәткән Иҫке Сибай ауылы халҡына "афарин!" тиергә генә ҡала. Тиҙҙән һуғыштар бөтөп, яугирҙәр йорттарына иҫән-һау ҡайтһа, барлыҡ ауырлыҡтар ҙа онотолор. БЕЛЕШМӘ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бын

Яугирҙәргә ярҙам итеү - изге бурысыбыҙ Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур ярҙам күрһәтә. «Томан» позывнойлы яугирҙең ғаиләһе ауыл хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, ауылдың ир-егеттәре, туғандары дәррәү эшкә тотонған. Улар ҡатлы йорттоң ҡыйығын ремонтлаған."Был эште башҡарып сығарған ауыл советы депутаты Фәрхәт Әхмәтовҡа, шәхси эшҡыуар Альберт Сәфәрғәлингә, Илфат Килмәковҡа, Фуат Әхмәровҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм", - тип яҙа социаль селтәрҙә ауыл биләмәһе башлығы Айнур Сибаев. Шулай уҡ күптән түгел ауыл халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ғаиләләренә утын килтергән. Яугир егеттәрҙең ғаиләләренә бар яҡлап ярҙам күрһәткән Иҫке Сибай ауылы халҡына "афарин!" тиергә генә ҡала. Тиҙҙән һуғыштар бөтөп, яугирҙәр йорттарына иҫән-һау ҡайтһа, барлыҡ ауырлыҡтар ҙа онотолор. БЕЛЕШМӘ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин. Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк. Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн урын, өс тапҡыр ашатыу ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына юллана. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк. Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ. Фото: Иҫке Сибай ауыл биләмәһе