Күптән түгел Мәскәүҙә 2024 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитетының йомғаҡлау ултырышында “Ауыл тренеры” проекты тәҡдим ителде. Был программа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ауыл еренә һәм илдең бәләкәй ҡалаларына тренерҙарҙы йәлеп итеү буйынса йөкләмәләренең береһен тормошҡа ашырасаҡ. Белеүебеҙсә, “Ауыл тренеры" проектында ҡатнашыусы һәр кем килешеүҙе биш йылға төҙөй һәм 1 миллион һумға дәғүә итә. 2025 йылда Федераль программа тормошҡа ашырыласаҡ пилот төбәктәр араһында Алтай крайы, Брянск өлкәһе, Волгоград өлкәһе, Омск өлкәһе, Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы бар. Быларҙың барыһы ла “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Долгая и активная жизнь”) бурыстарын да тормошҡа ашыра. Һеҙ фотола күргән парк Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында урынлашҡан. Ул хәүефһеҙ япмалы заманса балалар майҙансығы булдырылған. Киләһе йылда юлдарға асфальт түшәләсәк һәм урамдар яҡтыртыласаҡ. Шуныһы мөһим: тап ошондай спорт объекттары х