Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Съезда әйтелгән һүҙҙәр телде һаҡлауға нигеҙ буласаҡ

Кисә, 13 декабрҙә, Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттарының VI съезы башланды. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. "Мин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе съезынан алып ҡатнашам. 1995 йылда беренсе Ҡоролтай булды. Шунан үткән Ҡоролтайҙар менән сағыштырғанда 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғәмәли йәһәттән дә, ойоштороу яғынан да конструктив булды. Заман талаптарына яуап биргән технологиялар файҙаланып эшләгәндәр. Шуға ла күберәк фекер туплап, фекер тыңлауҙарға ваҡыт күп булды. Был бик яҡшы, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. - Радий Фәрит улының бер сифатын билдәләйем. Ул практик етәксе. Шуға бик күп кешеләрҙе белә, хатта исемдәре менән белә, таный. Унан алдағы етәксене мин кәмһетмәйем, әммә ул ысынлап та халыҡҡа яҡын. Уларҙың һорауҙарын да, башҡарған эштәрен дә белә - шул һоҡландыра. Минеңсә, ул Ҡоролтайҙа бушҡа ғы

Кисә, 13 декабрҙә, Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттарының VI съезы башланды. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. "Мин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе съезынан алып ҡатнашам. 1995 йылда беренсе Ҡоролтай булды. Шунан үткән Ҡоролтайҙар менән сағыштырғанда 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғәмәли йәһәттән дә, ойоштороу яғынан да конструктив булды. Заман талаптарына яуап биргән технологиялар файҙаланып эшләгәндәр. Шуға ла күберәк фекер туплап, фекер тыңлауҙарға ваҡыт күп булды. Был бик яҡшы, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. - Радий Фәрит улының бер сифатын билдәләйем. Ул практик етәксе. Шуға бик күп кешеләрҙе белә, хатта исемдәре менән белә, таный. Унан алдағы етәксене мин кәмһетмәйем, әммә ул ысынлап та халыҡҡа яҡын. Уларҙың һорауҙарын да, башҡарған эштәрен дә белә - шул һоҡландыра. Минеңсә, ул Ҡоролтайҙа бушҡа ғына көнө буйы ҡатнашманы. Ҡоролтай - ул беҙҙең халыҡҡа иң яҡын торған ойошма. Радий Хәбировтың ҡоролтай эшендә көнө буйы ҡатнашыуы, ул халыҡтың мәнфәғәтен, һорауҙарын белеү, улар менән ҡыҙыҡһыныу тигән һүҙ. Әгәр ҙә ошо Ҡоролтайҙа әйтелгән фекерҙәр, тәҡдимдәр тормошҡа ашырылһа, беҙҙең республикабыҙ, халҡыбыҙ алға барасаҡ. Ошо съезда әйтелгән һүҙҙәр телде һаҡлау буйынса ла, тарихи хәтерҙе нығытыу буйынса ла, милләттең менталитетын һаҡлау буйынса ла нигеҙ буласаҡ. Бөгөн әйтелгән бөтә фекерҙәрҙе туплап, йәшәһен Ҡоролтай, йәшәһен башҡорт халҡы, йәшәһен халыҡтар дуҫлығы, тиер инем".