Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Кәрәк икән – тракторсы, ял иткәндә – гармунсы... ”

Дыуан районында Әмирхан Музафинды белмәгәндәр һирәктер. Уның Иҫке Хәлил һәм Яңы Хәлил ауылдары клубтарындағы сығыштарын ауылдаштары яратып ҡабул итә. Баян тауышы уның ҡулдарында көн һайын ике тапҡыр телгә килә, гармунсы иртән һәм кисен бер-ике сәғәт буйына өйҙө моңға күмеп, ауыл тормошона йән индерә. Мәктәп йылдарында уҡ аҡрынлап, үҙ теләге һәм тырышлығы менән гармунда уйнарға өйрәнә башлай. Баянды үҙ итә. Улы синтезатор бүләк иткәс, был инструментты ла үҙләштерә. Мәсетле районында уҙғарылған “Уйна, гармун!” фестивалендә ҡатнаша. Уның башҡарыуында башҡорт һәм рус көйҙәрен ишетергә мөмкин. Өҫтәүенә үҙе лә көйҙәр яҙа. –Минең өсөн баян – илһам сығанағы, моң сәнғәте. Уның менән йәшәү шатлыҡ ҡына, – ти Әмирхан Музафин. Мәктәпте тамамлағандан һуң, аттестат менән бергә тракторсы танытмаһын да алырға тура килгән уға. Оҙаҡ йылдар “Россия” колхозында механизатор булып эшләй, аҙаҡ башҡа техникаларҙы ла ”йүгәнләргә” тура килә, тип яҙа “Дуванский вестник”. Фото: https://duv-vest.ru/news/novost

Дыуан районында Әмирхан Музафинды белмәгәндәр һирәктер. Уның Иҫке Хәлил һәм Яңы Хәлил ауылдары клубтарындағы сығыштарын ауылдаштары яратып ҡабул итә. Баян тауышы уның ҡулдарында көн һайын ике тапҡыр телгә килә, гармунсы иртән һәм кисен бер-ике сәғәт буйына өйҙө моңға күмеп, ауыл тормошона йән индерә. Мәктәп йылдарында уҡ аҡрынлап, үҙ теләге һәм тырышлығы менән гармунда уйнарға өйрәнә башлай. Баянды үҙ итә. Улы синтезатор бүләк иткәс, был инструментты ла үҙләштерә. Мәсетле районында уҙғарылған “Уйна, гармун!” фестивалендә ҡатнаша. Уның башҡарыуында башҡорт һәм рус көйҙәрен ишетергә мөмкин. Өҫтәүенә үҙе лә көйҙәр яҙа. –Минең өсөн баян – илһам сығанағы, моң сәнғәте. Уның менән йәшәү шатлыҡ ҡына, – ти Әмирхан Музафин. Мәктәпте тамамлағандан һуң, аттестат менән бергә тракторсы танытмаһын да алырға тура килгән уға. Оҙаҡ йылдар “Россия” колхозында механизатор булып эшләй, аҙаҡ башҡа техникаларҙы ла ”йүгәнләргә” тура килә, тип яҙа “Дуванский вестник”. Фото: https://duv-vest.ru/news/novosti/2024-12-10/traktorist-iz-duvanskogo-rayona-igraet-na-bayane-4045596?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=78658290