Ҡариҙел районында 34 йәшлек ир һәм уның 9 йәшлек улы Яңы Йәнсәйет ауылына Ҡариҙел йылғаһының йоҡа боҙо аша барып етергә булған. Бер мәл атай кеше боҙ аҫтына киткән һәм бата башлаған, тип һөйләнеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Малай шунда уҡ 112-не йыйып, ярҙам һорай башлаған. Уның ҡысҡырыуына йүгерешеп ауыл халҡы килә. Өс ир 34 йәшлек ирҙең артынан һыуға һикергән һәм уны тартып сығарған. Шул ваҡытта урынға ҡотҡарыусылар һәм табиптар килеп еткән. Һыуыҡ тейҙереү билдәләре булған зыян күреүсене дауаханаға алып киткәндәр. Ә бына йоҡа боҙға бәйле икенсе осраҡ бәхетһеҙ тамамланған. Башҡортостанда сираттағы тапҡыр һыу ятҡылығында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Был юлы балыҡсы боҙ аҫтына киткән, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы. Фажиғә Балтас районының Иҫке Балтас ауылы янында Тере Танып йылғаһында теркәлгән. Балыҡҡа ике ир килгән. Уларҙың береһе боҙға сыҡҡан, һәм йоҡа боҙ уның тән ауырлығына түҙә алмаған. Үкенескә күрә, 61 йәш