Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Техниканы яңы сәсеү миҙгеленә әҙерләү тикшерелде

- Республика баҫыуҙарында төп эштәр тамамланған һәм киләһе йыл сәсеү миҙгеленә әҙерлек, атап әйткәндә, техниканы һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау бара, -тип билдәләне Бр Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов, Ауырғазы районында семинар-кәңәшмәне асып. - Механизаторҙарҙы яҡшы, уңайлы, йыһазландырылған һәм йылытылған эш урындары менән тәьмин итәбеҙ. Иген һәм майлы культураларға, һөткә хаҡтар яҡшы, льготалы кредиттар буйынса лимиттар бар - 5-6 миллиард һум самаһы, уларҙы тиҙ арала һайларға кәрәк, сөнки киләһе йылда был ҡатмарлыраҡ буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Илшат Фәзрахманов шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы тармағы үҫешәсәк мөһим булған һөтсөлөк, малсылыҡ, ҡошсолоҡта стратегик йүнәлештәрҙе атаны. Тимәк, техниканы, ҡорамалдарҙы яңыртыу, ремонтлау һәм әҙерләү стратегияһы ошоно иҫәпкә алып төҙөлөргә тейеш. 2025 йылда ауыл хужалығы техникаһын ремонтлауҙы тамамлау һәм баҫыу эштәренә әҙерләү ваҡыты төбәк Хөкүмәте бойороғо менән

- Республика баҫыуҙарында төп эштәр тамамланған һәм киләһе йыл сәсеү миҙгеленә әҙерлек, атап әйткәндә, техниканы һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау бара, -тип билдәләне Бр Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов, Ауырғазы районында семинар-кәңәшмәне асып. - Механизаторҙарҙы яҡшы, уңайлы, йыһазландырылған һәм йылытылған эш урындары менән тәьмин итәбеҙ. Иген һәм майлы культураларға, һөткә хаҡтар яҡшы, льготалы кредиттар буйынса лимиттар бар - 5-6 миллиард һум самаһы, уларҙы тиҙ арала һайларға кәрәк, сөнки киләһе йылда был ҡатмарлыраҡ буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Илшат Фәзрахманов шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы тармағы үҫешәсәк мөһим булған һөтсөлөк, малсылыҡ, ҡошсолоҡта стратегик йүнәлештәрҙе атаны. Тимәк, техниканы, ҡорамалдарҙы яңыртыу, ремонтлау һәм әҙерләү стратегияһы ошоно иҫәпкә алып төҙөлөргә тейеш. 2025 йылда ауыл хужалығы техникаһын ремонтлауҙы тамамлау һәм баҫыу эштәренә әҙерләү ваҡыты төбәк Хөкүмәте бойороғо менән билдәләнгән. Трактор тоташтырыусы, һабандар - 1 февралгә, ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары - 20 мартҡа, яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан тракторҙар, тағылма, ашламалар таратыусы, һиптереүсе техника - 1 апрелгә, үҙйөрөшлө сапҡыс - 20 майға, иген йыйыу комбайндары 1 июлгә әҙер булырға тейеш. Бында, нисек кенә булмаһын, ҡышын арбаны әҙерләү тураһында мәҡәл иҫкә төшә. БР Ауыл хужалығы министрлығының профилле бүлек начальнигы Филүс Хантимировтың докладына ярашлы, ҡайһы бер райондарҙа, тракторҙарҙы ремонтлау 90-95 процент тәшкил итә. Әммә 24-29 процент күрһәткесе менән райондар ҙа байтаҡ. Техниканы яңыртыу темптары шатландыра. 2020 йылдан башлап республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре 15,3 мең берәмек яңы техника, комбайндар һәм тағылма ҡорамалдар һатып алған, әммә һуңғы йылдарҙа темптар, объектив сәбәптәр арҡаһында, түбәнәйгән. Сарала ремонт-хеҙмәтләндереү предприятиелары һәм учреждениелары, район хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Семинарҙың пленар өлөшө сиктәрендә ремонт предприятиеларының техник тәьминәте, эштәрҙе ойоштороу, инженерҙарҙың һәм механизаторҙарҙың квалификацияһын күтәреү программаларын тормошҡа ашырыу тикшерелде. Тракторҙарҙы һәм ауыл хужалығы машиналарын техник тикшереүгә йомғаҡ яһалды. Йөк автотранспортын газ-мотор яғыулығына үҙгәртеп ҡороу тәжрибәһе тураһында һөйләнеләр. Сараның ғәмәли өлөшөндә ҡатнашыусылар «РТМ» Дүртөйлө филиалының Ауырғазы бүлексәһенең һәм «Үҙәк» МТС акционерҙар йәмғиәтенең Ҡырмыҫҡалы филиалының производство базаларын, «Уңыш» йәмғиәтенең ремонт цехын ҡараны. Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән. https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fdisk.yandex.ru%2Fd%2FXmmusAqlxMEZMw&el=snippet