Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров октябрь айында 77 йәше тулыу уңайынан М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында гөрләтеп бенефисын үткәргәйне. Ярайһы уҡ оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә сәнғәткә тоғро хеҙмәт итә, яңы ролдәре менән ҡыуандыра. Быйылғы миҙгелдә ул Венер Исхаҡовтың “Йырланмаған йырым һин...” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән премьерала яңы роль тәҡдим итте. Ошо спектаклде ҡараған танышым: “Фидан Ғафаров әллә сирләй инде. Атлауының рәте юҡ, ҡолап китмәһен тип, ҡурҡып ҡарап ултырҙым”, - тине яңыраҡ. Ошо аҙнала был премьераны шәхсән барып ҡарарға яҙҙы. Әлбиттә, яратҡан актерыбыҙ – Фидан Ғафаров та уйнаны. Эйе, олоғая беҙ яратҡан артистар быуыны. Әммә, әйткәндәй булмаһын, Фидан Сафа улы яңы премьерала ла матур итеп уйнаны ла, улы Азамат менән бергәләп йырланы ла. Театр легендаһы 77 йәшлек бенефисында бик көр кәйефтә булып, былай тип белдергәйне: “Үҙемдең яратҡан тамашасымды ас