Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ирле-ҡатынлының үле кәүҙәләрен тапҡандар

Ҡот осҡос хәл: Башҡортостандың Иглин ҡасабаһында ирле-ҡатынлының үле кәүҙәләрен тапҡандар. Уларҙың өс бәләкәй балалары ҡалған, тип яҙа “База”. Унда хәбәр ителеүенсә, 36 йәшлек Артурҙың һәм уның 34 йәшлек ҡатыны Лилиәнең йәнһеҙ кәүҙәләрен уларҙың 14 йәшлек ҡыҙы тәү башлап күргән. Ул төнгө сәғәт 2-ләрҙә уянып, ата-әсәһен үҙ бүлмәләрендә тапмағас, эҙләп тышҡа сыҡҡан. Һәм... гаражда икеһенең дә йәнһеҙ кәүҙәһенә тап булған. Ҡыҙ полицияға хәбәр иткән. Алдан фаразлау буйынса, ирле-ҡатынлы үҙ-үҙҙәренә ҡул һалған. Быға нимә сәбәп булғандыр – әлегә билдәһеҙ. Шаһиттар һөйләүенсә, ир ҡатынын ҡыҙғанған, шул арҡала йыш ыҙғыш сыҡҡан. Бик ҡыҙғаныс хәл - ғаиләлә өс бала үкһеҙ етем ҡалған... Фото: “База”.