Яҙмыш һуҡмағы Көслөләр бөгөлә, әммә һынмай... Кешелеклелек һәр саҡ алдынғы һыҙыҡта ҡала. “Юҡ, хәҙер байҙар заманы! Кем аҡсалы, шул еңә”, тиһәләр ҙә, йөрәк түренән урғылып сыҡҡан саф хистәр барыбер еңгәненә ышанам. Күп осраҡта беҙ уны һиҙмәйбеҙ генә. Был донъяла эшләгән бар эштәребеҙ өсөн барыбер яуап тотабыҙ. Тик бына ҡылынған ҡылыҡтарыбыҙ өсөн яҙмыш һуҡтырыуын ғына аңламайбыҙ. Бик күпте кисергән, яман уйлыларҙың ҡара эше арҡаһында күп тапҡыр йығылып та, барыбер кире аяғына баҫа алған әхирәтем миңә һәр саҡ үрнәк. Уның менән һөйләшеү күңелгә шул тиклем һиллек бирә. Ул һәр кемде аңлай, аҡлай һәм ғәфү итә. “Кешегә асыуланып, үс тотоп йөрөүҙән Аллам һаҡлаһын! Күҙ алдына килтер - күпме энергияң буштан-бушҡа ситкә оса! Ә бына кешеләргә ярҙам итһәң, йәнең бер нисә көн талпынып-талпынып йөрөй. Беләһеңме, бер нисә ай элек мин бер ғәжәйеп кеше менән танышҡайным. Уға ҡул һелтәгәндәр ине. Ә хәҙер беләһеңме ул нисек күтәрелеп китте! Бөгөн миңә 101 рауза сәскәһе һәм тәмле шоколад бүләк итте. Мин һиң