Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 25 ноябрҙә - 1 декабрҙә Спидҡа ҡаршы көрәш һәм венерик сирҙәр тураһында мәғлүмәттәр таратыу аҙналығын билдәләй. Был аҙналыҡ 1 декабрҙә үткәрелгән Спидҡа ҡаршы көрәш көнө айҡанлы үткәрелә. ВИЧ менән СПИДты бутарға ярамай. Беренсеһе – вирус, икенсеһе унан килеп сыҡҡан ауырыу. Ошо һәм башҡалар тураһында тулыраҡ – түбәндәге яҙмала. Медицина хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, халыҡҡа был инфекцияның барлығы һәм ВИЧ-ҡа даими анализ тапшырыу кәрәклеге тураһында хәбәр итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр был сир менән ауырыуын осраҡлы ғына белеп ҡала, сөнки улар был проблема уларҙы урап үтер тип уйлай. Өҫтәүенә, йәмғиәттә әле лә СПИД менән наркомандар ғына сирләй тип уйлай. Ә ысынбарлыҡта бөгөн 30 – 40 йәшлек уңышлы ғына өлкәндәр араһында йыш теркәлә. Башта был ауырыуҙың билдәләре артыҡ күренмәй, герпес, баш ауыртыуы, ашҡаҙандың ялһыныуы һәм башҡа билдәләр һиҫкәндермәй. Был билдәләр көсәйһә генә, кеше үҙенең етди ауырыуға тарығанын аңлай. Ә ул ваҡытында асыҡланһа, те