Бөгөн, 29 ноябрҙә, Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Йәшлек-төбәк» йәштәр үҙәктәрен яңыртыу республика программаһы буйынса яңыртылған Йәштәр һарайында булды. Учреждение 1962 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. 2023 йылда Йәштәр һарайын яңыртыу проекты конкурс һайлап алыуында еңеп сыға. Был республика ҡаҙнаһынан 46 миллион һум күләмендә финанслау алырға мөмкинлек биргән. Дәүләт ярҙамы менән бинаға капиталь ремонт яһалған, мебель һәм ҡорамалдар һатып алынған, уңайлы заманса киңлектәр булдырылған. Шулар иҫәбендә – конференциялар залы, коворкинг, медиастудия, уйын бүлмәһе, психолог, ҡәһүә-нөктә, шулай уҡ йәштәр менән эшләү буйынса белгестәр кабинеты. Радий Хәбиров Йәштәр һарайының спорт залын ҡараны. Бында төрлө дисциплиналар, шул иҫәптән грек-рим көрәше һәм тхэквондо буйынса дәрестәр ойошторола. Зал өсөн стандарт ҡорамалдарҙан тыш, бина ҡаяға үрмәләү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Төбәк башлығы тренерҙар менән аралашты һәм уҡытыусыларға