Билдәле булыуынса, декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттағы съезы үтә. Ошо уңайҙан йәмәғәт ойошмаһының комиссия етәкселәре, тап һуңғы йылдарҙа ҡоролтай хәрәкәтендә ҡатнашҡан замандаштарыбыҙ менән әңгәмәләрҙе дауам итәбеҙ. Сираттағы әңгәмәсебеҙ – шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе Лариса Абдуллина. - Лариса Хашим ҡыҙы, шәхсән һеҙҙең өсөн нимә ул ҡоролтай эшмәкәрлеге? - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – ул Ер шарындағы башҡорт халҡының мәнфәғәтен хәстәрләгән, килеп тыуған замана һорауҙарына тап башҡорт халҡы ҡурсалап яуап эҙләгән берҙән-бер ойошма. Уның тирәләй башҡа бик күп йәмәғәт ойошмалары, халҡыбыҙҙың яҙмышы, киләсәге тураһында уйлы булған милләттәштәребеҙ, бөгөн инде башҡа милләт вәкилдәре лә тупланған. Башҡорт, әгәр тарихҡа күҙ һалһаң, һәр дәүер һөйләшеп килешә белгән, беҙҙең халыҡ менән иҫәпләшкәндәр. Ҡәнзәфәр бей кеүек Мәскәү кенәздәре менән үҙ-ара татыулыҡта йәшәүгә нигеҙ һалған халҡыбыҙҙың зыялылары һәр даим милләтте һаҡлау, тамырҙарға тоғро ҡалыу йәһәтенән уның зауҡи, мәҙәни, рухи кимәлен тотоп килгән. - Ойошманың һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеген, үҙегеҙ башҡарма комитет ағзаһы булараҡ, нисек баһалар инегеҙ? - Уҙған съезд ваҡытында, йәғни 2019 йылғы йыйылыш, бөйөк башҡорт шағиры, дәүләт эшмәкәре, журналист Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу менән башланып китте. Миңә ҡалһа, ошо сара үҙе үк киләһе биш йыллыҡҡа юғары кимәл ҡуйҙы, юғары рух бирҙе. Һуңғы йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан бик күп эштәр башҡарылды. Иң тәүҙә шуға иғтибар итер инем: телебеҙҙең ҡулланыу даирәһе киңәйҙе. Телһеҙ мәҙәниәтте лә, рухиәтте лә, тарихты ла күҙ алдына килтереп булмай. Ошо уҡ йылда атаҡлы шағирыбыҙ Ш. Бабичтың “Зәңгәр жырлар” китабы тап үҙе ижад иткән телдә – төньяҡ-көнбайыш диалектта нәшер ителде. Һүҙемде тап телдән башлап китеүем юҡҡа түгел, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, мәғрифәтсе шағир Аҡмулланың тыуған көнөндә беҙ Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Башта был сара йәмәғәт ойошмалары тарафынан ғына үткәрелә ине, хәҙер дәүләт учреждениелары ла ҡушылды, хатта телебеҙҙе яҡшы, уртаса белгәндәр, төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашҡандар араһында халыҡ-ара кимәлдә Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ. Был – телде пропагандалау буйынса ҙур ғәмәл. Айгиз Ҡунафин кеүек аҡыллы егеттәребеҙ “Һомай” колонкаһын булдырып, тап балалар баҡсаларында телде өйрәнеү өсөн заманса алымдарҙы ҡулланышҡа индерә башланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән Ишембай районының Ҡолғана мәктәбенә – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ноғман Мусиндың, Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатына – мәғрифәтсе, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның, Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһына бөйөк шағир Рәшит Назаровтың исеме бирелде. Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү өсөн хатта ниндәйҙер кимәлдә көрәш тә барҙы, тип әйтергә була. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова был мәсьәләне шәхсән контролдә тотто. Бөгөн Ауырғазы районында шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп эштәр атҡарыла: фәнни конференциялар, шиғырҙарын яттан һөйләү, һүрәттәр конкурсы, район премияһы булдырылды, мәктәбендә таҡтаташ ҡуйылды, бюст асылды. Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә бик күп саралар үтә. Башҡортостан мәҙәниәте көндәре, ғилми-ғәмәли конференциялар, балалар өсөн ойошторолған саралар Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында, Ханты-Манси автономия округында уҙғарылды. Ғәли Соҡорой, Ғәрифулла Кейеков, Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Хәбибулла Ғәбитов, Ғәббәс Дәүләтшин, Хәниә Фәрхи, Әнғәт Атнабаев, Миңлеғәле Шайморатовтың образдары таҡтаташта, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре булып халҡыбыҙға ҡайтты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойоштороп, һәр йылға атама бирелеүе – башҡорт теле, башҡорт тарихы, башҡорт мәҙәниәте, башҡорт фәне, башҡорт йәштәре йылдары – “Ижади майҙан”, “Фәнни майҙан”, “Рухи майҙан” саралары үҙе эргәһендә бик күп милләттәштәребеҙҙе тупланы. “XXI быуат яҙыусыһы”, “Медиайыйын” кеүек саралар ҙа тап ҡоролтай тарафынан уйланылды һәм ойошторолдо. Бик күп йырларға, бейергә, ҡурайҙа уйнарға, спектаклдәр ҡуйырға, кинолар төшөрөргә була, әммә һинең уларҙың һәр береһе хаҡында фәнни фекерең юҡ икән, тимәк, был халыҡ заман атынан төшөп ҡалыуы ихтимал. Халҡыбыҙ әүәлге замандарҙан уҡ үҙен мәғрифәтсе итеп күрһәткән, бөгөн дә беҙҙә ғилем көслө. Уны үҫтереү өсөн дә республика етәкселеге тарафынан ярҙам ҙур. Ғилми кампус башлап фәнгә аяҡ баҫҡандар өсөн генә түгел, ғөмүмән, академик фән менән шөғөлләнеүселәргә яңы мөмкинлектәр аса. Был – донъяуи ғилем. Мәҙәниәттең замандаштарға халҡыбыҙҙың яңы образын тәҡдим итеүе зарур. Был бурыс килер йылдарға ла күсә. Һуңғы йылдарҙа кино сәнғәтендә лә, әҙәбиәттә лә, театрҙа ла үткәнебеҙгә ижади ҡараш ташлау өҫтөнлөк итә. Был – ҙур эш. Күренекле режиссер, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы Булат Йосоповтың “Беренсе республика”, “Шағир көндәлеге” фильмдары, әле киң тамашасыға сыҡмаһа ла төшөрөлөп бөткән “Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара” киноһы – улар барыһы ла башҡорт халҡының тарихи үткәнен, шәхестәре яҙмышын сағылдыра. Мәҙәниәттең бурысы ла шунда. Сәнғәт аша кешеләрҙә үҙ халҡың менән ғорурланыу тойғоһо, ғөмүмән, фекер уятыу. Балалар баҫмаһында эшләгән яҙыусы булараҡ әйтә алам, әҙәбиәткә тап бөгөнгө кескәй башҡортҡа тәғәйен, ҡыҙыҡлы булырҙай әҫәрҙәр иткәндәрҙе ҡайҙан табырға икән, тип борсолғанда, Ф. Туғыҙбаева исемендәге балалар әҙәбиәте конкурсына килгән эштәр мине ҡыуандырҙы. Бигерәк тә Ләйсән Сәлимова, Рәзинә Урманшина, Заһиҙә Мусина кеүек йәштәр ошо өлкәгә тоғро ҡалыр, тип өмөт итәм. Кем ул замана геройы? Бөгөнгө яңы башҡорт образы хаҡында яҙыусыларға уйланырға кәрәк, әлбиттә. Мәғрифәтсе, көр кәйефле, тарихты йөк итеп түгел, тәжрибә итеп алған башҡорт образы кәрәк прозала. Хәйер, поэмалар яҙылһа ла шәп булыр ине. Башҡорт әҙәбиәте бөгөн киң ҡолас менән рус теленә, башҡа телдәргә тәржемә ителә. Танылған яҙыусы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы Айгиз Баймөхәмәтов етәкләгән Башҡортостан Яҙыусылар союзы бөгөн Рәсәйҙә иң ихтирамлы йәмәғәт ойошмаһына әйләнде. Тәржемә буйынса ойошторолған “Салауат ерендә”, “Ут күршеләр” проекттары Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм башҡорт әҙәбиәтен донъя кимәлендә танытыу өсөн байтаҡ эштәр атҡара. Халыҡ-ара “Китап” байрамы ла Рәсәй кимәлендә танылған сәнғәти һүҙ байрамына әйләнде. Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙы ҡеүәтләү йәһәтенән бик күп эштәр атҡарыла, беҙ улар менән бергә. Әгәр төбәктәрҙә асылған Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренә “Аҡбуҙат” журналы даими рәүештә барып етә икән, был да – министрлыҡтың хәстәрлеге. Иң төп бурыс кескәй башҡорт менән эш икәнен тәрән аңлаған етәкселәр – йәмәғәт ойошмаһының төп терәге. Әминә Шафиҡова етәкләгән министрлыҡ Милли кейем байрамын ойоштороп, “Башҡорт шәле”нә, “Ҡурай”ға патент алыу менән генә сикләнһә лә, һуңғы биш йыллыҡта башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау, ҡанунилаштырыу буйынса ҙур эш атҡарған булыр ине. Был тармаҡ башҡорт симфоник музыкаһын, башҡорт операһын, башҡорт балетын замана тамашасыһына яңыса еткерҙе! Киң мәғлүмәт сараларына бәйле комиссия булғас, тағы ла бер мөһим нәмәне әйтеп үткем килә. Ул ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарған Азат Бадранов ярҙамында Башҡортостан журналистары, яҙыусылары махсус хәрби операция биләмәһендә юлланды. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып яу ҡырынан юлъяҙмалар, шиғырҙар, очерктар башҡорт телендә баҫылды. Союз рәйесе Вәдүт Исхаҡов үҙе генә бик күп тапҡырҙар яңы төбәктәргә барып ҡайтып, даими рәүештә журналистарҙың сәфәрен ойоштороп тора. Бөгөн илдең дәүләтселеген һаҡлау иң тәүге мәсьәләләрҙең береһе булғанда, был эш ҡәләм оҫталарының гражданлыҡ позицияһын күрһәтә. - Социаль селтәрҙәрҙә ҡоролтай нимә эшләй, тип һорау биреүселәр ҙә бар? - Һорау бирәләр икән, тимәк, битараф түгелдәр. Иң мөһиме – башҡортса шрифт ҡуйып, башҡортса яҙышһындар. Быныһында шаярыу ҙа, етдилек тә бар. Фекерҙәр күп, сығыш яһарға урындар күп, социаль селтәрҙәр күп. Һәр кемдең үҙ маҡсаты. Хатта яҙмаға ҡарап, һәр кем өсөн был фекер, яҙма уны яҡшыға алып барамы, әллә насарлыҡҡамы – шул хаҡта уйланырға бурыслы. Мәғлүмәт һуғышы ҡорал һуғышынан да ҡурҡынысыраҡ, сөнки ул кешеләрҙең рухын ҡаҡшата. Ошо яуҙа бирешмәһендәр өсөн беҙгә йәш быуынды Еребеҙ, туған телебеҙ, рухиәтебеҙ, бай тарихыбыҙ кендегенә бәйләргә кәрәк. Әллә ниндәй ҡурҡыныс елдәр иҫкәндә лә, кем тамырҙарына тоғро – ул бирешмәйәсәк. Бөтә донъя башҡорттары бик күп эштәр атҡара ғына түгел, киләсәк быуындарға етерлек орлоҡтар һала бөгөн. Ил хәстәрле, милли тойғоло, башҡалар менән диалог ҡора белгән башҡорт образы ҙур аҙымдар менәнә алға атлай! Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан булдырылған С. Тавасиев исемендәге башҡорт халҡы мәнфәғәтендә хеҙмәт иткән башҡа халыҡ вәкилдәренә тапшырылған бүләк – халыҡ-ара кимәлдәге хеҙмәттәшлектең, рәхмәтле була белеүҙең, мәҙәнилектең сағыу миҫалы. - “Аҡбуҙат” журналы башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында ла нәшер ителде... - Эйе, был эште беҙ тап милләтебеҙҙең киләсәген хәстәрләп, халҡыбыҙҙы туплау, ошо диалектта аралашҡан кескәй башҡорттарҙы яратыуыбыҙҙы белдереү маҡсатынан атҡарҙыҡ. Күп милләтле республикамда тап ошо диалектта аралашҡан балалар бар икән, улар беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Ҡайһы берҙә татар теленә яҡын, тип әйтеүселәр ҙә бар. Татарстан тип аталған республика, уның дәүләт татар теле бар. Башҡортостанда йәшәгән татарҙар бар. Әйткәндәй, улар – беҙҙең татарҙарыбыҙ, ошо республикаға хеҙмәт итә, уның үҫешенә өлөшөн индерә. Ә мин тап үҙенең шәжәрәһен төҙөп, ата-бабалары башҡорт икәнен белгән, һөйләштәре башҡорт теленең бер диалектына ҡараған милләттәштәрем тураһында һүҙ алып барам. Беҙ үҙ халҡыбыҙ алдында яуаплы: тап башҡорт балаһының башҡорт телен белеп, төрлө диалекттарында аралашып та, башҡорт икәнен тойоп, башҡорт баҫмаһын, китабын уҡып үҫеүен күреү мөһим. Беҙ республиканы бар иткән халыҡ булараҡ, башҡа милләттәр алдында ла яуаплы. Беҙ һәр яҡлап өлгө була алабыҙ! Фото: геройҙың шәхси архивынан.
Билдәле булыуынса, декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттағы съезы үтә. Ошо уңайҙан йәмәғәт ойошмаһының комиссия етәкселәре, тап һуңғы йылдарҙа ҡоролтай хәрәкәтендә ҡатнашҡан замандаштарыбыҙ менән әңгәмәләрҙе дауам итәбеҙ. Сираттағы әңгәмәсебеҙ – шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе Лариса Абдуллина. - Лариса Хашим ҡыҙы, шәхсән һеҙҙең өсөн нимә ул ҡоролтай эшмәкәрлеге? - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – ул Ер шарындағы башҡорт халҡының мәнфәғәтен хәстәрләгән, килеп тыуған замана һорауҙарына тап башҡорт халҡы ҡурсалап яуап эҙләгән берҙән-бер ойошма. Уның тирәләй башҡа бик күп йәмәғәт ойошмалары, халҡыбыҙҙың яҙмышы, киләсәге тураһында уйлы булған милләттәштәребеҙ, бөгөн инде башҡа милләт вәкилдәре лә тупланған. Башҡорт, әгәр тарихҡа күҙ һалһаң, һәр дәүер һөйләшеп килешә белгән, беҙҙең халыҡ менән иҫәпләшкәндәр. Ҡәнзәфәр бей кеүек Мәскәү кенәздәре менән үҙ-ара татыулыҡта йәшәүгә нигеҙ һалған халҡыбыҙҙың зыялылары