Найти в Дзене

Яугир балаларға бүләк яһаған

Махсус хәрби операцияла булған “Механик” позывнойлы яугир Әбйәлил ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына яраҙм иткән. Ул беренсе тапҡыр көнкүреш техникаһы һәм балалар өсөн уйындар һатып алыуға ярҙам итһә, был юлы өлкән төркөм өсөн - 25 пар һәм тәрбиәселәр өсөн 2 пар саңғы бүләк иткән. Кесе төркөмдәге балалар өсөн телевизор һатып алыуға аҡсалата ярҙам күрһәткән. Балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Харисова һәм бөтә коллектив яҡташтарына балалар баҡсаһына күрһәтелгән баһалап бөткөһөҙ финанс ярҙамы өсөн рәхмәт белдерә. «Был бүләктәр балаларыбыҙҙың ялын байыта, мәктәпкәсә балаларҙың физик үҫешенә һәм һаулығын нығытыуға булышлыҡ итә. Спорт менән шөғөлләнеү һәм саф һауала әүҙем уйындар тәрбиәләнеүселәребеҙгә көслөрәк һәм үҙҙәренә ышаныслыраҡ булырға ярҙам итер тип ышанабыҙ!», - ти мәктәпкәсә балалар учреждение коллективы. «Механик» Әбйәлил ауылында тыуып үҫкән. Әле ул махсус хәрби операция биләмәһендә. Разведкала командир булып хеҙмәт итә. Хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн ул «Һәләкәткә осраусылар

Махсус хәрби операцияла булған “Механик” позывнойлы яугир Әбйәлил ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына яраҙм иткән. Ул беренсе тапҡыр көнкүреш техникаһы һәм балалар өсөн уйындар һатып алыуға ярҙам итһә, был юлы өлкән төркөм өсөн - 25 пар һәм тәрбиәселәр өсөн 2 пар саңғы бүләк иткән. Кесе төркөмдәге балалар өсөн телевизор һатып алыуға аҡсалата ярҙам күрһәткән. Балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Харисова һәм бөтә коллектив яҡташтарына балалар баҡсаһына күрһәтелгән баһалап бөткөһөҙ финанс ярҙамы өсөн рәхмәт белдерә. «Был бүләктәр балаларыбыҙҙың ялын байыта, мәктәпкәсә балаларҙың физик үҫешенә һәм һаулығын нығытыуға булышлыҡ итә. Спорт менән шөғөлләнеү һәм саф һауала әүҙем уйындар тәрбиәләнеүселәребеҙгә көслөрәк һәм үҙҙәренә ышаныслыраҡ булырға ярҙам итер тип ышанабыҙ!», - ти мәктәпкәсә балалар учреждение коллективы. «Механик» Әбйәлил ауылында тыуып үҫкән. Әле ул махсус хәрби операция биләмәһендә. Разведкала командир булып хеҙмәт итә. Хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн ул «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Уның атаһы - «Санчо» позывнойлы яугир ҙә шулай уҡ алғы сафта. Уларға тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек! Фото һәм сығанаҡ: “Абзелил” газетаһы