2021 йылдың 19 ноябренән, Рәсәй фәненә нигеҙ һалыусы мәшһүр ғалим М.В. Ломоносовтың тыуған көнөндә, Юғары мәктәп уҡытыусылары көнө билдәләнә. Тап ошо көндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары уҡыу йортоноң иң алдынғы уҡытыусыларына, ағымдағы йылда ҙур уңыштар ҡаҙанған ғалимдарға, доценттарға, профессорҙарға “Аҡмулла университетының йыл уҡытыусыһы – 2024” дипломы тапшырылды. Филология фәндәре докторы, профессор, М. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәтовна “Аҡмулла университетының иң яҡшы профессоры – 2024” дипломына лайыҡ булды. Респбуликала һәм Рәсәйҙең милли төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә киң билдәле ғалимә Ләйлә Миҙхәтовна – 500-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән, монографиялар, уҡыу ҡулланмалары, һүҙлектәр авторы, үҙенең коллективы менән әҙерләгән алты проектты Рәсәй интеллектуаль базаһында теркәп, танытма алған, төрлө кимәлдәге гранттарҙы тормошҡа ашырған,