Башҡортостан ҡалаларында кешеләрҙең күпселеге күп фатирлы йорттарҙа йәшәй. Һәр кемдең матур, төҙөк урында көн күргеһе килә, был бәхәсһеҙ. Ләкин дөйөм мөлкәткә ҡараған подъезд, ҡыйыҡ, подвал һәм башҡа урындарҙы кем ремонтларға һәм тейешле кимәлдә тоторға тейеш? Һис шикһеҙ, күп фатирлы йорттарҙың техник торошо Башҡортостан халҡы өсөн иң мөһим мәсьәләләр иҫәбенә инә. Һәм был мәсьәләләрҙе күп осраҡта капиталь ремонт ҡына хәл итә ала. Бындай эштәр тәү сиратта махсус төбәк фондында йыйылған йорт милекселәре аҡсаһына алып барыла. Уларҙы үткәреү графигы 2052 йылға тиклемге осорға иҫәпләнгән күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау республика программаһына индерелгән. Әммә күпселек осраҡта кешеләр йорттарын иртәрәк ремонтларға йәки графикта күрһәтелгән сираттарҙы, иң кәрәклеләрен һайлап, алмаштырырға теләй. Был, мәҫәлән, йорттоң техник торошо яйлап емерелеүгә килтергәндә, мәҫәлән, һыу ағып ятҡан ҡыйыҡта йәки иҫке һыу менән тәьмин итеү торбалары булған осраҡта, айырыуса мөһим. Башҡортостанда эшләп килгән күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау республика программаһы дөйөм майҙаны 68 миллион квадрат метрлыҡ 17 меңдән ашыу күп фатирлы йортто үҙ эсенә ала. 2014 йылдан, йәғни республика программаһы эшләй башлағандан алып, торлаҡ фондын тәртипкә килтереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Һайланма капиталь ремонт программаға индерелгән йорттарҙың дөйөм һанының яртыһында үткәрелгән. Бөтәһе 8 меңгә яҡын күп фатирлы йорт һәм 8 меңдән ашыу подъезд ремонтланды, был 1,5 миллиондан ашыу кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. 2024 йылда капиталь ремонт программаһы буйынса 739 күп фатирлы йортта дөйөм суммаһы 5 миллиард 479 миллион һумлыҡ 806 эш төрөн башҡарыу ҡаралған. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, әлеге төп бурыс – тороп ҡалған башҡа күп фатирлы йорттарға ремонт менән инеү. Шул уҡ ваҡытта ҡиммәтле эштәр башҡарыу нигеҙләнгән булырға тейеш, был башҡа күп фатирлы йорттарҙың тупланмаһына инмәү өсөн кәрәк. Бынан тыш етәксе фекеренсә, бер йортта бер нисә төр эш башҡарып, күршеһенә бөтөнләй инмәү шулай уҡ дөрөҫ булмаҫ ине. БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ йорттарҙы файҙаланыу срогын оҙайтыуҙы тәьмин итеүгә, атап әйткәндә, ҡыйыҡтарҙы һәм йорт эсендәге инженер системаларын ремонтлауға ҙур иғтибар бирелә. “Төрлө кимәлдәге кәңәшмәләрҙә, “Управдом” республика форумы секциялары барышында беҙ идара итеүсе компаниялар һәм урындағы үҙидара органдары яғынан ремонтты ҡыҫҡа ваҡытҡа планлаштырыу сифатын күтәреүгә баҫым яһайбыҙ һәм һорайбыҙ, – тип билдәләй Ирина Голованова. – Һуңғы йылдарҙа эштәрҙең һәм материалдарҙың хаҡы һиҙелерлек ҡиммәтләнеүен беләбеҙ, һәм был, һис шикһеҙ, ремонт күләменә йоғонто яһай. Шуға күрә тап кәрәкле нәмәләрҙе эшләү мөһим”. Халыҡты капиталь ремонттың теге йәки был төрө уларҙың йортонда ҡасанға планлаштырылғанын нисек белергә тигән һорау борсой. Бының өсөн идара итеүсе компанияға йәки торлаҡ милекселәре ширҡәтенә мөрәжәғәт итергә була, улар эштәрҙең теге йәки был төрө ниндәй йылда ҡаралғанлығы тураһында мәғлүмәткә эйә. Йорттоң ҡасан төҙөкләндереләсәген Капиталь ремонт фонды сайтында ла (https://kapremont02.ru/find-a-home/) белергә мөмкин. Әгәр йортта капиталь ремонт графигы бинаның реаль ихтыяжын сағылдырмай тип иҫәпләһәләр, улар эштәрҙең бер төрөн икенсеһенә алмаштыра ала, ул план буйынса һуңыраҡ башҡарылырға тейеш. Бының өсөн халыҡ күп фатирлы йорт хужалары йыйылышын үткәрә, унда уларға кәрәкле ремонт төрөн һәм уны үткәреү ваҡытын раҫлайҙар. Йыйылышта РФ Торлаҡ кодексына ярашлы протокол төҙөлә. Йыйылыш кворумы – милекселәрҙең 2/3 тауышы. Мөрәжәғәт һәм ҡабул ителгән ҡарар тураһында протокол муниципалитет хакимиәтенә ебәрелә. Хакимиәт ҡарамағында төҙөлгән капиталь ремонт мәсьәләләре буйынса комиссия уны үткәреү кәрәклегенә баһа бирә. Артабан документтар Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тапшырыла һәм шунда һуңғы ҡарар ҡабул ителә. Капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙең һәйбәт йыйылыуы һәм шәхси иҫәптә күпме аҡсаның булыуы эш ваҡытын иртәрәккә күсереү шарттарының береһе булып тора. Башҡортостанда алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттар өсөн түләүҙәр күләме фатир майҙанының бер квадрат метры өсөн – 7,46 һумға, ә алты ҡаттан бейегерәк йорттар өсөн 8,1 һумға билдәләнгән. Ошо сумманы арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән осраҡта йортто тиҙерәк тәртипкә килтерергә мөмкин. “Республикабыҙҙа төрлө ҡала-райондарҙағы 100 күп фатирлы йортта йәшәүселәр төбәктә раҫланған минималь күләмдән күберәк капиталь ремонт өсөн иғәнә билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итте, был эштәрҙе байтаҡҡа тиҙерәк башҡарырға мөмкинлек бирергә тейеш”, – тип билдәләй Ирина Голованова. Ябай булмаған иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, Башҡортостанда йәшәүселәр эштәрҙең кәрәкле төрҙәрен тиҙләтеү өсөн капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе арттырырға һәләтһеҙ. Бында уларға республика ярҙамға килә. Был, мәҫәлән, туҙған лифттарҙы алмаштырыуға ҡағыла. Кабиналарҙың һәм күтәреү ҡорамалдарының хеҙмәт итеү срогы 25 йылға иҫәпләнгән, шунан һуң улар алмаштырылырға тейеш. Әммә 1990-2000 йылдарҙа даими финанслап еткермәү һәм ике миллион һум самаһы тәшкил иткән бер кабинаны алмаштырыу хаҡының юғары булыуы арҡаһында Башҡортостандың күп кенә лифттары тейешле ваҡыттан оҙағыраҡ эшләй. Был мәсьәлә республика яғынан финанс ярҙамы менән хәл ителә. 2014-2023 йылдар осоронда Башҡортостанда дөйөм суммаһы 9,8 миллиард һумлыҡ 1341 күп фатирлы йортта 3817 лифт алмаштырылған. Был сумманың бер өлөшө, атап әйткәндә, 2,8 миллиард һум республика бюджетынан бүленгән. Ирина Голованова һүҙҙәренсә, 2025 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда туҙған күтәреү ҡорамалын алмаштырыу күҙаллана – 410 йортта 1053 лифт. Бындай юғары күрһәткестәр лифт ҡорамалдарының бер өлөшөнөң төбәк бюджеты иҫәбенә үҙгәреүенә бәйле. 2023 йылда, мәҫәлән, БР бюджеты лифттарҙы алмаштырыуға тотонолған бөтә йыллыҡ сығымдарҙың яртыһын тиерлек үҙ өҫтөнә алған. Өҫтәмә аҡса 2024-2025 йылдарға ла бүленде. Республика ярҙамында хәл ителгән тағы ла бер мәсьәлә – ҡыйыҡтарҙы ремонтлау. Фатирҙар һанының аҙ булыуы сәбәпле айлыҡ иғәнәләр иҫәбенә тейешле сумма йыя алмаған йорттарҙа ул айырыуса киҫкен тора. “Өй баштарын капиталь ремонтлау өсөн бюджеттан өсөнсө йыл аҡса бүләбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Был программаны ауыл райондары халҡына ярҙам итеү өсөн ғәмәлгә индерҙек. Әгәр муниципалитетта күп фатирлы йорттар аҙ икән, түләүҙәр ҙә ҙур түгел – ремонтҡа оҙаҡ йыйырға кәрәк”. 2022 йылда старт алған ҡыйыҡтарҙы ремонтлау программаһы өҫтәп финанслау шарттарында тормошҡа ашырыла. Аҡсаның бер өлөшө - республика ҡаҙнаһынан, икенсе өлөшө муниципаль бюджеттан бүленә. Милек хужалары ла үҙ өлөшөн индерә. “Йыл һайын беҙ ошо сумманы арттырабыҙ, - тип хәбәр итте Радий Хәбиров. - 2022 йылда 118 миллион һум бүлдек, 2023-тә - 149 миллион, 2024-тә - 675 миллион һум, шул иҫәптән 451 миллионы - төбәк ҡаҙнаһынан”. 2022-2023 йылдарҙа бюджет ярҙамы менән 67 аҙ ҡатлы күп фатирлы йорттоң ҡыйығы ремонтланған. Быйыл бөтөн республика буйынса бер юлы 136 йорттоң ҡыйығы ремонтланасаҡ. Беҙ быйыл подъездарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы буйынса подъездарын яңыртыуға өлгәшкән Рәсәй урамы, 17/2-се йорттоң йорт буйынса өлкән кешеһе Валентина Ғәлиева менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Уларҙың йорто 80-се йылдарҙа төҙөлгән һәм ошоға тиклем ремонт күрмәгән. Ә быйыл, ниһайәт, республика программаһы буйынса уларҙың подъездары яңыртылған. – Шул тиклем һәйбәт подрядсы эләкте беҙгә, бөтә эштәрҙе еренә еткереп һәм ваҡытында башҡарҙылар. Һәр ваҡыт беҙҙең менән бәйләнештә булдылар, һәр тыуған һорауҙарға яуап бирҙеләр, материалдар ваҡытында килтерелеп торҙо. Ниндәйҙер проблемалар килеп сыҡһа ла, ваҡытында хәл ителде. Стена, түбәләр, иҙәндәр – барыһы ла сифатлы һәм ҡиммәтле материалдар менән технологияға ярашлы эшләнде. Шулай уҡ һәр мәсьәлә буйынса йортта йәшәгәндәр менән килештеләр. Стена төҫтәрен, плиткаларҙы үҙебеҙ һайланыҡ. Әле бөтәһе лә ҡәнәғәт, подъезға инеүе күңелле, – тип һөйләне ул. Ләкин йорттоң проблемаһы ла юҡ түгел икән. Өй иҫке булғас, уның ҡыйығы аға, шулай уҡ иҫкергән электрүткәргес алмаштырыу талап итә. Әлбиттә, подъезды ремонтлағанға тиклем ҡыйыҡты эшләү кәрәк булған да бит ти йортта йәшәгәндәр. – Капиталь ремонт буйынса йыйылған иҫәптә 6 миллион һумдан ашыу аҡсабыҙ бар, ҡыйыҡты ремонтлау 10 миллион һум торасаҡ тип иҫәпләнеләр. Киләһе йылда программаға эләгеп ҡалырға, был эштәрҙе тиҙләтергә кәрәк ине, сөнки ҡыйыҡтан аҡҡан һыу яңы ремонтобыҙҙы боҙа, стенала таптар барлыҡҡа килә башланы. Ҡыйыҡ та ремонтланыр тигән өмөт менән йәшәйбеҙ әле, – ти ул. Валентина Ғәлиева биргән һүрәттә Рәсәй урамындағы йорттоң подъезы ремонтҡа тиклем һәм унан һуң.
Башҡортостан ҡалаларында кешеләрҙең күпселеге күп фатирлы йорттарҙа йәшәй. Һәр кемдең матур, төҙөк урында көн күргеһе килә, был бәхәсһеҙ. Ләкин дөйөм мөлкәткә ҡараған подъезд, ҡыйыҡ, подвал һәм башҡа урындарҙы кем ремонтларға һәм тейешле кимәлдә тоторға тейеш? Һис шикһеҙ, күп фатирлы йорттарҙың техник торошо Башҡортостан халҡы өсөн иң мөһим мәсьәләләр иҫәбенә инә. Һәм был мәсьәләләрҙе күп осраҡта капиталь ремонт ҡына хәл итә ала. Бындай эштәр тәү сиратта махсус төбәк фондында йыйылған йорт милекселәре аҡсаһына алып барыла. Уларҙы үткәреү графигы 2052 йылға тиклемге осорға иҫәпләнгән күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау республика программаһына индерелгән. Әммә күпселек осраҡта кешеләр йорттарын иртәрәк ремонтларға йәки графикта күрһәтелгән сираттарҙы, иң кәрәклеләрен һайлап, алмаштырырға теләй. Был, мәҫәлән, йорттоң техник торошо яйлап емерелеүгә килтергәндә, мәҫәлән, һыу ағып ятҡан ҡыйыҡта йәки иҫке һыу менән тәьмин итеү торбалары булған осраҡта, айырыуса мөһим. Ба